Бөтә яңылыҡтар
А/хужалығы
30 Ғинуар , 06:50

Шәкәр етештереү 20 процентҡа артҡан

Башҡортостандың шәкәр сөгөлдөр үҫтергән хужалыҡтары 2025 йылда был культуранан 2,1 миллион тонна уңыш йыйып алған, гектарынан уртаса уңыш 480 центнерҙан ашыу тәшкил иткән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Шәкәр етештереү 20 процентҡа артҡан
Шәкәр етештереү 20 процентҡа артҡан

Башҡортостан Республикаһының шәкәр заводтарында миҙгелдең иң ҡыҙыу мәле. Предприятиелар 2025 йылғы уңыш сөгөлдөрөн әүҙем эшкәртә.

БР Ауыл хужалығы Министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 29 ғинуарға рсепублика заводтары миллион ярым тонна тамыраҙыҡ ҡабул иткән һәм эшкәрткән, шуларҙың 767 мең тоннаһы Шишмә шәкәр заводына тура килә. Предприятиела 107 мең тонна аҡ шәкәр етештерелә, был бер йыл элеккегә ҡарағанда 20 процентҡа күберәк.

Республикала 2025 йылда сөгөлдөрҙән етештерелгән шәкәрҙең дөйөм күләме 205 мең тонна тәшкил иткән.

Республика эшкәртелгән татлы продукцияны сит илгә күпләп оҙата, шуның менән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли үтәлешенә ҙур өлөш индерелә.

ФОТО: bashinform.ru

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас