Төбәктә ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыуға айырыуса иғтибар бүленә. Был эш «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты маҡсаттарына ярашлы алып барыла. Республикала һатып алынған техниканың дүрттән бер өлөшөнән ашыуы, йәғни 28 проценты «Росагролизинг» компанияһына өлөшөнә тура килә.
–Күләмдәре буйынса беҙ илдең иң яҡшы 5 төбәге иҫәбендә. Был льготалы программа механизмы беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары өсөн бик уңайлы, сөнки ул бер тапҡыр минималь сығымдар менән ауыл хужалығы машиналары паркын яңыртырға мөмкинлек бирә. «Росагролизинг» менән хеҙмәттәшлегебеҙгә 25 йыл. Был ваҡыт эсендә беҙҙең аграрийҙар 29 миллиард һумға 5,5 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы алды", - тип яҙған төбәк етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.
Башҡортостан Башлығы алда ҙур пландар булыуын билдәләй. Атап әйткәндә, республикала машина-технологик станциялар селтәрен булдырыу тураһында килешеүҙәр бар. Шулай уҡ лизингҡа техника һатып алыусылар өсөн республика яғынан субсидиялау программаһы әҙерләнә.