19 февралгә «Раевсахар» компанияһында һәм Шишмә шәкәр заводында 1 миллион 726 мең тоннанан ашыу тамыраҙыҡ әҙерләнгән. Предприятиелар 228 мең тоннаға яҡын аҡ шәкәр етештергән, был уҙған йылдың ошо уҡ көнө менән сағыштырғанда 8 процентҡа күберәк.
БР Ауыл хужалығы Министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2025 йылда төбәктә бөтәһе 43 мең гектар шәкәр сөгөлдөрө сәселгән.Сөгөлдөр сәсеүсе хужалыҡтар гектарынан 480 центнерҙан ашыу тамыраҙыҡ уңышы алған. Тулайым сөгөлдөр йыйыу 2 миллион тоннанан ашып китә. Тимәк, Башҡортостан сит илдәргә татлы аҙыҡ һатыуҙы ла арттырасаҡ, ә был, үҙ нәүбәтендә, "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты үтәлешенә лә булышлыҡ итәсәк.
ФОТО: bashinform.ru