Тоҡомсолоҡ хужалыҡтары малдарға экспертиза үткәреүгә киткән сығымдарҙың 70 процентына тиклем өлөшөн ҡаплай ала.
2025 йылда ошо маҡсатҡа Башҡортостан аграрийҙары федераль һәм төбәк бюджеттарынан 7 миллион һум алды. Аҡса 2,5 мең баш тоҡомло йәш һыйыр малына генетик экспертиза үткәрергә мөмкинлек биргән.
«Селекцияла һәм генетикала ғилми эшкәртмәләрҙе үҫтереү өсөн шарттар булдырыу» федераль проектына ярашлы, 2030 йылға һөт тоҡомло һыйыр көтөүен тоҡомло инә мал менән тәьмин ителеү кимәлен 72 процентҡа тиклем арттырыу күҙаллана.
ФОТО: apkrb.info