А/хужалығы
10 Апреля , 04:50

Яҙғы сәсеүгә орлоҡ етерлек

  Башҡортостан аграрийҙары 2026 йылғы сәсеү кампанияһын үткәреү өсөн иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙә етештерелгән орлоҡтар өлөшө 82 проценттан ашыу тәшкил итә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Яҙғы сәсеүгә орлоҡ етерлекЯҙғы сәсеүгә орлоҡ етерлек
Яҙғы сәсеүгә орлоҡ етерлек

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) буйынса 2030 йылға ватан селекцияһы орлоҡтары менән тәьмин ителеш кимәлен 75 процентҡа тиклем күтәреү бурысы ҡуйылған.

2026 йылда Башҡортостанда 2 миллион 20 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү планлаштырыла.

 Яҙғы сәсеүҙе үткәреү өсөн төбәктә 267 мең тоннанан ашыу иген культуралары орлоғо һалынған. Был планға ҡарата 100 процент тәшкил итә. Шулай уҡ беҙҙең хужалыҡтар картуф, рапс, көнбағыш һәм соя орлоҡтары менән тулыһынса тәьмин ителгән.

Апрель башына шәкәр сөгөлдөрө орлоҡтары менән тәьмин ителеш 74 процент (шул иҫәптән ватан селекцияһы 37 процент), кукуруз 52 процент (35 процент) тәшкил итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас