

2026 йылда конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙа республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиеларында эшләүсе һәм программаның билдәләнгән критерийҙарына тура килгән 111 йәш белгес ҡатнашты.
- Төбәктә йәш аграрийҙарға ярҙам итеү системаһы һаҡланыуы һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә ғәмәлгә ашырылыуы мөһим, – тип билдәләп үтте Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Был агросәнәғәт комплексына йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу һәм ауылға эшкә йәлеп итеү мәсьәләләрендә яҡшы өҫтөнлөктәр бирә, бөгөнгө шарттарҙа был уғата мөһим.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, һайлап алыу конкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла район бюджеты иҫәбенән бер тапҡыр бирелә торған 750 мең һум күләмендә түләм алған.
Программаны ғәмәлгә ашырыу тармаҡтың кадрҙар составын яңыртыуға, ауыл хужалығы һөнәрҙәренең абруйын күтәреүгә һәм республиканың ауыл биләмәлдрен тотороҡло үҫтереүгә ярҙам итә.
Фото: pravitelstvorb.ru