А/хужалығы
23 Апреля , 03:35

Ҡытайға 44,5 тонна он оҙатылған

Башҡортостан аҙыҡ-түлеген Ҡытайға ебәреү эше “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ҡытайға -44,5 тонна он оҙатылғанҠытайға -44,5 тонна он оҙатылған
Ҡытайға -44,5 тонна он оҙатылған

 Өфөнән “КАМЭЛ” предприятиеһы Ҡытайға 44,5 тонна он оҙатты. Өфө компанияһы Ҡытай дистрибьюторы менән килешеүҙе Гуанчжоуҙа үткәрелгән "Canton Fair” күргәҙмәһендә төҙөгән. Быға тиклем ойошма Рәсәйҙә эшләгән һәм “Экстра” онон ташыған.

- Бөгөн Ҡытай – Башҡортостандың стратегик сауҙа партнеры. Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса ул республиканың тышҡы сауҙа әйләнешендә беренсе урын биләй, - тип белдерҙе республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Ҡытай Башҡортостан аҙыҡ-түлектәрен, шул иҫәптән сеймалды даими һатып ала. Ә бына Өфө предприятиеһының был республикаға ондо экспортҡа сығарыуы тармаҡтағы беренсе килешеү булды.

Сығанаҡ: Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас