А/хужалығы
12 Июня , 03:00

Сит илдәргә орлоҡ оҙатыу арта

Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәргә кәрешкә, ҡандала үләне, эспарцет, люпин, люцерна, бойҙай, фацелий, арпа орлоҡтары оҙатылған.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Сит илдәргә орлоҡ оҙатыу артаСит илдәргә орлоҡ оҙатыу арта
Сит илдәргә орлоҡ оҙатыу арта

Йыл башынан Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре 1,9 мең тоннанан ашыу иген, ҡуҙаҡлы һәм мал аҙығы культуралары орлоғон экспортлаған Сит илгә оҙатылған орлоҡ материалы күләме уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек артҡан (2025 йылда – 1032 тонна).

Россельхознадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, кәрешкә, ҡандала үләне, эспарцет, люпин, люцерна, бойҙай, фацелий, арпа орлоғо Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа илдәргә оҙатылған. Белгестәр бөтәһе 101 партияны тикшергән һәм рәсмиләштергән.

Орлоҡ материалының һайлап алынған өлгөләре лабораторияла тикшереү һәм һынауҙар комплексын үткән, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса сәсеү өсөн тәғәйенләнгән орлоҡтарҙа карантин организмдары табылмаған. Карантин аҫтындағы продукцияны автомобиль транспорты менән оҙаталар.

 Сит илгә орлоҡтар «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проекты (национальный проект «Международная кооперация и экспорт») сиктәрендә оҙатыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас