

Быйыл да иң шәп ҡымыҙ бешеү оҫталары «Башҡорт аты» фестивале барышында билдәләнәсәк. Конкурста фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәй. Улар тәбиғи ҡымыҙҙан тыш, тәмләткестәр ҡушылған ҡымыҙ, шулай уҡ ҡымыҙ эсемлектәре тәҡдим итә ала.
Башҡорт атын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында белдереүҙәренсә, иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр конкурсы 24 июнгә билдәләнгән, эксперт комиссияһы Аграр университетта эшләй. Еңеүселәр 28 августа «Һөт иле» ғаилә фестивалендә тәбрикләнә.
Был абруйлы конкурстан тәмле, шифалы ҡымыҙы менән дан тотҡан әбйәлилдәр ҙә ситтә ҡалмаҫына һәм лайыҡлы рәүештә призлы урын яуларҙарына ышаныс ҙур.
Бындай саралар Рәсәйҙең аграр комплексын үҫтереүгә булышлыҡ иткән “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты үтәлешендә лә мөһим роль уйнай.
Һүрәттә: 2023 йылда "Башҡорт аты" республика фестивалендә иң тәмле ҡымыҙҙы етештереүсе билдәләнде. Конкурста Әбйәлил районы Ҡушый ауылынан Ильяс Һибәтов еңеүсе тип табылды һәм чемпион исемен алды.