А/хужалығы
10 Июля , 03:35

Аграрийҙар өсөн льготалы кредит

Башҡортостанда аграрийҙар өсөн льготалы кредит биреүҙең яңы тәртибе раҫланды. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Аграрийҙар өсөн льготалы кредитАграрийҙар өсөн льготалы кредит
Аграрийҙар өсөн льготалы кредит


Республикала Ауыл хужалығы министрлығының агросәнәғәт комплексы предприятиеларын кредитлау мәсьәләләре буйынса махсус комиссияһы эше тураһында яңы положение раҫланды. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡул ҡуйған бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Документҡа ярашлы, комиссияның составы һәм эш регламенты раҫланған. Ул ауыл хужалығы предприятиеларының кредит алыуға ғаризаларын ҡарай. Комиссия составына министрлыҡтың 5 белгесе индерелә.

Комиссия кредиттарҙың маҡсаты агросәнәғәт комплексын үҫтереү дәүләт программаһына тура килеү-килмәүен тикшерә, түләргә һәләтле булыуын баһалай, «Агросәнәғәт комплексы субсидиялары» махсус автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы аша федераль субсидияларҙың ҡалған өлөшөн күҙәтеп бара.

Агросәнәғәт комплексы предприятиеларын кредитлау “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге” милли проектын үтәүгә булышлыҡ итә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас