

Илдең дүрт пилот төбәгенең береһе булараҡ Башҡортостанда «Фермер мәктәбе» мәғариф проекты ғәмәлгә ашырыла. Бөгөн мәктәпте тамамлаусылар ҡырсылыҡты, үҫемлекселекте, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүҙе һәм агробизнестың башҡа йүнәлештәрен үҫтерә, яңы эш урындары булдыра һәм төбәктең аҙыҡ-түлек именлеген нығыта. «Фермер мәктәбе»н тамамлағандар үҙ проекттарын әүҙем тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамына иҫәп тота, грант программаларында ҡатнаша алалар.
Был «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар» милли проектының «Аҙыҡ-түлек именлеген технологик тәьмин итеү» программаһы сисктәрендә тормошҡа ашырыла.
Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru