А/хужалығы
14 Август , 05:10

Экспорт арта

2026 йылдың ғинуарынан сит илдәргә Башҡортостан 210 мең тоннанан ашыу иген оҙатҡан. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Экспорт артаЭкспорт арта
Экспорт арта

Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда сит илдәргә продукция оҙатыу ике тапҡырға тиерлек артҡан: әгәр 2025 йылдың ғинуарынан июленә тиклем сит илгә 124,5 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү продукцияһы ебәрелһә, 2026 йылда был күрһәткес 210 мең тоннанан ашып киткән.

Экспорттың төп өлөшөн иген, ҡуҙаҡлы иген һәм техник культуралар тәшкил итә. Атап әйткәндә, республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре сит илгә 77 мең тоннанан ашыу бойҙай, 35 мең тоннаға яҡын етен, 20 мең тоннанан ашыу арпа, һигеҙ мең тоннанан ашыу борсаҡ һәм 1,58 мең тонна рапс оҙатҡан.

Иң күп ауыл хужалығы продукцияһы Әзербайжан, Беларусь Республикаһы, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Марокко, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркмәнстан, Төркиә һәм Үзбәкстан илдәренә оҙатыла. Бөтә төр продукция сит илгә оҙатылыр алдынан тейешле тикшереүҙәр үтә.

Бындай үҙ-ара хеҙмәттәшлек "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты үтәлешенә тос өлөш индерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас