

Мал-тыуарҙың, ҡош-ҡорттоң имен булыуы – халыҡтың сәләмәтлеге нигеҙе. Шуға күрә был мөһим һәм кәрәкле эш, - тип белдерҙе ошо айҡанлы тантанала ҡатнашҡан Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты начальнигы Азат Йыһаншин.
Азат Салауат улы менән район ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Ирек Хәсәнов ал таҫманы ҡырҡҡас, сарала ҡатнашыусылар ветаптекалағы тауарҙар ассортименты, клиника күрһәткән хеҙмәттәр төрҙәре менән танышты.
А. С. Йыһаншин ҡайһы бер препараттар буйынса ассортиментты киңәйтергә тәҡдим итте. Әйткәндәй, ветклиниканың тәүге һатып алыусыһы Өфө ҡунағы - Азат Салауат улы булды.
Яңы ветеринар клиниканың асылыуы “Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проекты (нацпроект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности»)" үтәлешенә булышлыҡ итә.