

Комплексты тантаналы асыу сараһында Башҡортостан Хөкүмәтенең вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, район башлығы Айрат Әминев, уның ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Ирек Хәсәнов, БР «Ер мелиорацияһы идаралығы» директоры Артур Заманов, «Челябинвестбанк»тың Магнитогорск филиалы директоры Виктор Попов, «Урал-Ситно» ЯСЙ-һының генераль директоры Павел Журавский, «Шишмә май экстракцияһы» заводының генераль директоры Айҙар Яҡупов, «Радуга» һыу менән тәьмин итеү хеҙмәте директоры Сергей Турапин, Башҡорт аграр университеты профессоры, академик Салауат Мөҙәрисов, «Матрикс Универсал» үҙәге етәксеһе Илнур Рамаҙанов, Петербург дилер үҙәге етәксеһе Ренат Әмиров, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы директоры Илдус Зәйнуллин, колледждың Әбйәлил филиалы директоры Салауат Зәйнуллин, Таштимер урта мәктәбе директоры Динә Тайыпова, агрокласс етәксеһе Гөлнара Латиповалар ҡатнашты. Осрашыуға, шулай уҡ хужалыҡтың хеҙмәт алдынғылары, агросәнәғәт колледжы студенттары һәм агрокласс уҡыусылары ла саҡырылғайны.
Хужалыҡ етәксеһе Раил Фәхрисламов комплекс менән таныштырғандан һуң, сарала ҡатнашыусыларҙың уны хеҙмәтләндереү һәм ошо юҫыҡтағы һорауҙарына яуап бирҙе. Илшат Илдус улының да ҡоролманың эш ҡеүәте, уны көйләү һәм башҡа техник хеҙмәтләндереү буйынса һорауҙары күп ине. Комплекс файҙаланыуға тапшырылыуға ҡарамаҫтан, көйләйһе урындары барлығын, бигерәк тә уның эшмәкәрлеге өсөн электр ҡеүәте етмәгәнлектән газ поршенлы генераторҙар ҡуйып, улар ярҙамында эшләтеү кәрәклеген әйтеп үтте Раил Салауат улы.


Артабан ҡунаҡтар Покровканың роботтар хеҙмәтләндергән һөтсөлөк фермаһында булып, тоҡомло малдарҙы аҫырау шарттарын ҡараны. Шулай уҡ, яңы төҙөлә башлаған ферманың эш барышы менән танышты. Унан һуң сара баҫыуҙа дауам итте.
— Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй өсөн яңылыҡ булған комплекс төҙөгән хужалыҡ етәкселеге хөрмәткә лайыҡ. Нимә генә тиһәк тә, беҙ ер кешеләре аңлайбыҙ, шундай ҡеүәтле ҡорамалдар, техника менән эшләгән хужалыҡ ҡына ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә ала. Предприятие уҙған йыл 1 миллиард һумлыҡ килем алды. «Красная Башкирия» хужалығы артабан да үҫешеүҙән туҡтамаҫ, тип ышанам һәм тынғыһыҙ хеҙмәттәрендә уңыштар теләйем, — тине район башлығы Айрат Әминев һәм алдынғы комбайнерҙарҙы, водителдәрҙе тәбрикләне. Белеүебеҙсә, былтырғы ураҡ мәлендә хужалыҡ етәксеһе Раил Салауат улы тәҡдиме менән колхоз-совхоздар заманында булған йола — бер мең тонна игенде урып-йыйған комбайнсыларҙың комбайндарына ҡыҙыл йондоҙ беркетеү тергеҙелгәйне. Бындай хеҙмәт алдынғыларының һәр береһенә хужалыҡ етәкселеге хеҙмәт хаҡынан тыш, 100 мең һум премия менән бүләкләй. Айрат Зиннәт улы тракторсы Риф Ғәлиуллин менән водитель Евгений Бурулевҡа «Әбйәлил районының ауыл хужалығы өлкәһендәге атҡаҙанған хеҙмәткәре» күкрәк билдәһен тапшырҙы.
Бер йыл элек беренсе йондоҙ алған механизатор Заһит Фәхрисламов ошо тантаналы көнгә тура килгән тыуған көнө менән дә ҡотлауҙар ҡабул итте.
— Башҡортостандағы иң ҙур һәм ҡеүәтле ауыл хужалығы предприятиеларының береһе булған «Красная Башкирия» хужалығы баҫыуында торабыҙ. Ауыл хужалығы эшсәндәренә, етәкселәренә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Урал аръяғы райондары игенде күп етештерә, уртаса гектарынан 25-27 центнер урып ала һәм беҙҙе генә түгел, ә сит илдәрҙе лә ашлыҡ менән тәьмин итә — йыл һайын 1 миллион тоннанан ашыу иген экспортлай. «Красная Башкирия» республикала билдәле хужалыҡ һәм унда, хатта донъя кимәлендә иң яҡшыларҙан һаналған комбайндар, башҡа техника баҫыуҙарҙы иңләй.
Бөгөнгө сарала мәктәп уҡыусыларының, аграр университет вәкилдәренең һәм колледж студенттарының ҡатнашыуы осраҡлы хәл түгел. Үҙ еренең патриоттарын, киләсәктә ер кешеһе булып беҙҙе икмәк, ит менән тәьмин итәсәк балалар үҫтереү бурысы тора алдыбыҙҙа. Колледждарға иғтибар көсәйҙе. Ғөмүмән, бөтә аграрийҙар тормошонда үҙгәрештәр, модернизациялау бара. Беҙҙең бурыс — иртәгә баҫыуҙарҙа эшләгәндәй алмаш үҫтереү, уларға үрнәк булыу. Ә бөгөн ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәренә хөрмәт күрһәтеү, тап шул йүнәлештәге миҫал ул, — тине ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
— Комплексты төҙөүгә һалынған сығымдың 118 миллионы — предприятиеның үҙ аҡсаһы, 89 миллионы — партнерҙар «Челябинвестбанк», «Урал-Ситно» ЯСЙ-һы һәм Шишмә май заводыныҡы. Иген киптереү комплексы һәр береһе 58 тонна ҡеүәтле ике киптереү ҡоролмаһын үҙ эсенә ала, был сәғәтенә 120 тоннаға тиклем иген эшкәртергә мөмкинлек бирә. Бында уртаса эш хаҡы 80 мең һум булған яңы 10 эш урыны булдырылған. Ҡорамалдар менән ситтән дә тороп бәйләнеш аша идара итергә мөмкин, программа тәьминәте тулыһынса үҙебеҙҙә сығарылған.
Комплекс баҫыуҙарҙағы уңышты тиҙ арала йыйып алырға мөмкинлек бирә. Әле комбайндар тәүлек әйләнәһенә эшләй, баҫыуҙарҙағы уңыштың 80 проценты йыйып алынған да инде.
— Хужалыҡ үҙе генә түгел, райондың башҡа бәләкәй хужалыҡтары ла комплекс хеҙмәттәренән файҙалана һәм үҙ продукцияһы өсөн башҡа хаҡ ала аласаҡ, — ти хужалыҡ етәксеһе Раил Салауат улы.
Таштимер урта мәктәбе директоры Динә Тайыпова мәктәптә асылған агрокласс тураһында һөйләне. Ул «Красная Башкирия» хужалығы мәктәп һәм аграр университет араһында төҙөлгән өс яҡлы килешеү нигеҙендә эшләй. Балаларҙа ҡыҙыҡһыныу, уларҙы киләсәктә крәҫтиән хеҙмәтенә ылыҡтырыу өсөн хужалыҡ етәкселеге күрһәткән ярҙам ҙур роль уйнай. Быйыл аграр университет йүнәлтмә буйынса ошо мәктәпте тамамлаған Руслан Ҡаһармановты иҡтисад факультетына уҡырға ҡабул иткән. Был килешеүҙең әһәмиәте һәм уның яҡшы һөҙөмтә бирәсәгенә ышанысы ҙур булыуын билдәләне мәктәп директоры.
Гөлнара Нурғәлиева.