Фәрзәнә Әхмәт ҡыҙы 1955 йылдың 7 ғинуарында Ҡужан ауылында тыуған. Бәләкәйҙән белемгә ынтылыусан уҡыусы мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. 1970 йылда Фәрзәнә Салауат һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Белем усағында буласаҡ уҡытыусы профессияны үҙләштереү менән генә сикләнмәй, төрлө сараларҙа ла алдынғы була: саңғы буйынса спорт ярыштарында даими беренселекте яулай, шиғырҙар яҙа... Студент йылдары Фәрзәнә Әхмәт ҡыҙының шәхесен әүҙем һәм ижади кеше булараҡ формалаштырыу өсөн нигеҙ булып тора.
Педагогик хеҙмәт юлы
1974 йылда Фәрзәнә Әхмәт ҡыҙы хеҙмәт юлын Ишкилде мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Шул уҡ ваҡытта йәш белгескә мәктәп директоры вазифаһын да йөкмәтәләр. Йәш уҡытыусыға эшендә осраған ауырлыҡтарҙы үҙ көсө менән йырып сығырға тура килә. Балаларҙы уҡытыуҙан тыш, бинаға ремонт үткәреү, уны техник йәһәттән йыһазландырыу, йылытыу системаһын, биләмәне тәртиптә тотоу, ваҡытында яғыулыҡ менән тәьмин итеү һымаҡ хужалыҡ эштәре лә уҡытыусы иңенә ята.
Фәрзәнә Әхмәт ҡыҙы ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша: байрамдарға концерттар әҙерләү, спектаклдәр ҡуйыу, ата-әсәләр йыйылыштары, докладтар менән сығыш яһау...
1993 йылда Фәрзәнә Әхмәт ҡыҙының тырыш хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнә. Һәр саҡ белемен камиллаштырыуға ынтылған педагог ситтән тороп М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, юғары белем ала.
Фәрзәнә Әхмәт ҡыҙы өс саҡырылыш ауыл Советына депутат итеп һайлана, был уның ауылдаштары араһында абруйы һәм хөрмәте тураһында һөйләй. Уның әүҙем тормош позицияһы һәм белем биреү процесын яҡшыртыуға ынтылышы уны абруйлы педагог ҡына түгел, ә ауыл тормошонда ла ҡайнаған мөһим кешегә әйләндерә. Йәмәғәт эше менән бер рәттән БДУ-ның Сибай институты студенттарына этнологик практика үтеүҙә ҙур ярҙам күрһәтә һәм юғары уҡыу йортоноң Рәхмәт хаты менән бүләкләнә.
Бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған Фәрзәнә Дәүләтшина 2011 йылда хаҡлы ялға сыға. Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр, район-республика гәзиттәренә мәҡәләләр яҙыу, конкурстарҙа ҡатнашыу һәм башҡа сараларҙың уртаһында ҡайнау хаҡлы ялда ла дауам итә. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, иҡтисад фәндәре докторы Зиннур Йәрмөхәмәтов призына «Атайсал» гәзите ойошторған «Тере хәтер» конкурсында беренсе урын яулап, диплом һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә.
Йәшәү дәрте күптәргә өлгө
Яңы йыл алдынан Фәрзәнә Дәүләтшинаның шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. «Йәйғор» әҙәби ойошмаһының әүҙем ағзаһының ижад һәм юбилей кисәһе үҙе уҡытҡан мәктәптә үтте. Әүҙем яҡташыбыҙҙың йәмәғәт эше Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергән өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Почет грамотаһы менән билдәләнде. Фәрзәнә Әхмәт ҡыҙы район гәзите иғлан иткән «Осҡон» бүләк ит!» акцияһында ҡатнашыусылар иҫәбендә лә.
Йүнәлтмә буйынса Ишкилде ауылына килгән йәш белгес үҙенең тормош иптәшен дә ошо ауылда осрата. Зөлфәр Дәүләтшин ҡатынына терәк-таяныс, мәктәп эштәрендә беренсе ярҙамсыһы була. Дәүләтшиндар ике ҡыҙ, ике ул үҫтергән, һәр береһенә юғары белем, лайыҡлы тәрбиә биргән. Ҡыҙ-улдары үҙ ғаиләләрен ҡорған, балалар үҫтерәләр, һөнәрҙәре буйынса уңышлы эшләп йөрөйҙәр,
Фәрзәнә Әхмәт ҡыҙы Дәүләтшина үҫеп килгән быуынды уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бар ғүмерен бағышлаған педагогик хеҙмәт ветераны. Уҡытыусылыҡ итеү дәүерендә ул өгөт-нәсихәттәре, кәңәштәре, асыҡ дәрестәре, семинарҙарҙағы сығыштары менән йәш белгестәргә тәжрибәһен ихлас уртаҡлашты. Район мәғарифын үҫтереүгә, балаларға аң-белем биреүгә бағышланған хеҙмәте күптәргә өлгө.
Гөлнара ШАКИРОВА.