

Яҙмыш тигәнең үҙенсә мөһөрөн һуға ла инде, ныҡыш, тырыш, һәр яҡтан һәләтле уҡыусым, асылда күңеле теләгән, ынтылған юҫыҡта, аш-һыу өлкәһендә үҙен асып һалып, ашнаҡсы һөнәрендә, бер урында егерме ике йыл күп һанлы ял итеүселәрҙе, корпоративтарҙа, юбилей кисәләрендә ҡатнашыусыларҙы тәмле аш-һыуы менән һыйлап ҡыуандырған, уларҙың рәхмәттәрен алған.
Өй йылыһын, тыуған йорт еҫен, ата-әсәйҙең йылы ҡосағын хәтерләтә балаһына ҡамыр аштары. Әсәһе, Күсем ауылынан ауылға килен булып төшкәнсе, ял итеү йорттары ашханаларында эшләй, әлбиттә, аш-һыу әҙерләүгә оҫта өс ҡыҙын татлы-тәмлекәстәрҙән өҙмәй. Әсәләренең мамыҡ кеүек өлпөрәп бешкән икмәген, йомшаҡ йыуасаларын, төрлө ингрендиенттарҙан әҙерләгән ҡабымлыҡтарынан туҡланып үҫкән ҡыҙҙарҙың ашнаҡсы һөнәрен үҙләштереүенә аптырайһы түгел.
Гөлназ Ташбулатта урта белемгә эйә булғас, Магнитогорск ҡалаһының 121-се пекарь-кондитер училищеһына уҡырға инә һәм уҡыу йортон уңышлы тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһы ҡарамағындағы «Березки» ял итеү йортонда практика үтә.
Коллектив, үҙе талапсан, үҙе тыйнаҡ, күркәм сифаттарға эйә өйрәнсекте, ҡушҡуллап ашнаҡсы итеп алып ҡала һәм яңылышмай. Һөнәрен яратҡан Гөлназ үҙ даирәһендә белемен камиллаштырып, ябай ашнаҡсынан шеф-повар дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. «Березки» ял итеү йорттары ашнаҡсылары әҙерләгән ризыҡтар менән «Придорожный», «Уют», «Погребок» кафелары ял итеүселәре туҡлана. Әлбиттә, менюла башлыса башҡорт милли аш-һыуҙарына өҫтөнлөк бирелә. «Ҡамыр ҡуйһаң, йырлап ҡуй» тиелә башҡорт халҡы нәсихәтендә. Унан тыш, күңел йылыһын һалып бешергән һәр төрлө бәрәмәстәр, өсмөйөш, сәксәк, бәлештәр һатыуға сығарыла. Ял йорто туҡланыусылары дини байрамдарҙа үҙҙәренең милли аш-һыуҙарына заказ да бирә. Мәҫәлән, ураҙа ғәйетендә бишбармаҡ бешерелһә, урыҫтарҙың пасхаһында кулич ҡуйыла.
«Ашыңды биргәс, ҡашыңды йыйырма», — тип өйрәтә халыҡ мәҡәле. Өҫтәлдәрҙе сервизлау, зауыҡлы кейем, яғымлы мөғәләмә, асыҡ сырай, мөләйем йөҙ, приборҙарҙы ҡулайлы ҡуйыу... Былар барыһы ла хеҙмәт етештереүсәнлегенең күҙгә күренеп артыуына килтерә, һатып алыусылар ҙа күбәйә.
Заман башҡа, заң башҡа. Һәр төрлө өлкәләрҙән ағылған ял итеүселәрҙең талабына яуап бирер өсөн белемде даими камиллаштырырға кәрәк. Һәр төрлө салаттар әҙерләү, торттар бешереү, деликатестар, иттән генә күп һанлы ризыҡтар әҙерләү — шеф-ашнаҡсы намыҫында. Телеңде йоторлоҡ кәтлиттең йомшаҡ, һутлы булыуы, «көнбағыш» салатында картуф «япраҡтарының» ситтәре бөгөлгәне, фри картуфының бер самала ҡыҙҙырылыуы — аш-һыу әҙерләүселәренең үҙҙәре генә белгән серҙәре һөҙөмтәһе. Ҡайҙа ғына булһа ла ул уңғанлығын, аш-һыу серҙәрен яҡшы белгәнлеген күрһәтә, хөрмәт ҡаҙана. Мәҫәлән, өҫтәлдәрҙе этикеткә ярашлы классик сервирләп комфорт тыуҙырыу, төрлөләндереү, бракераж үткәреү сифатҡа өҫтөнлөк биреүгә иғтибары күҙгә ташлана.
Шеф-ашнаҡсы ашнаҡсыларҙың тейешле өҫ кейемендә булыуын да, уларҙың әҙерләү технологияһын даими күҙәтеүен дә, санитар һәм шәхси гигиена талаптарын теүәл үтәүен дә күҙәтә, эш графигын төҙөү уның иңендә.
Гөлназ бракераж үткәргәс, аш-һыу ял итеүселәргә ашатыла. «Березки» ял йорто кафеһында туҡтап, республика Башлығы Радий Хәбиров та рәхмәтен белдергән.
Коллективты етәкләгәс, ҡулы аҫтындағыларҙың тормош хәлен, һаулыҡтарын даими көйләп тә торорға кәрәклеген аңлап эш итә шеф-повар. Эш графигын да улар менән килешеп төҙөй, ярҙамынан өҙмәй. Эшендә хөрмәт ҡаҙанған ҡатын күп һанлы Маҡтау, Рәхмәт ҡағыҙҙары, дипломдар менән бүләкләнгән.
«Эшемә иң оло хөрмәт күрһәткәне — «2024 йыл йомғаҡтары буйынса районыбыҙҙың иң яҡшы ашнаҡсыһы» тип билдәләнеүем булды», — ти үҙ эшенә мөккибән киткән уҡыусым.
Зөһрә БӘШӘРОВА.