Тарих яҙыусы уҡытыусы

«Осҡон»доң тоғро дуҫы, ауыл хәбәрсеһе Мөнирә Кирәйева 75 йәшен билдәләне.

— Ҡуй, һаман да шул Мөнирә тиерҙәр, — тип гәзиткә яҙабыҙ тиеүебеҙгә башта ҡаршы булһа ла, уң яғына сығып, ҡул һуҙымында ятҡан Ҡусҡарға барып етеүгә өҫтәленә һый-ниғмәтен теҙеп ҡолас йәйеп ҡаршыланы апайыбыҙ.

Исем-шәрифе бала сағымдан район гәзите аша таныш, хеҙмәт юлына аяҡ баҫҡас иһә йыш ҡына редакцияла күҙмә-күҙ осрашырға, һөйләшергә тура килгән, социаль селтәрҙәр барлыҡҡа килгәс, виртуаль киңлектә аралашҡан, кәңәш-төңәш иткән өлкән дуҫым итеп яҡын күрәм мин Мөнирә Хәким ҡыҙын.

Төрлө даирәләрҙә осрашып-күрешеп торһаҡ та, баҡтиһәң, Мөнирә апайҙың нигеҙенә тәүгә аяҡ баҫыуым икән дә! Бөхтә өҫ-башына, йәштәрсә елдерә баҫып йөрөгәненә ҡарап, донъяһын тап шундай итеп күҙ алдына килтерә инем: таҙа, йыйнаҡ. Ихатаһына килеп инеү менән балан ҡыуаҡтарында күңелле сырҡылдашҡан турғайҙар иғтибарҙы йәлеп итте. Ҡоштар өсөн ожмах бында — ҡып-ҡыҙыл тәлгәштәр араһында бер нисә тағараҡ эленгән. Тупһала өс бесәй ҡаршыланы, уларының да яҡшы хужабикә ҡулында нужа күрмәй йәшәүҙәре күренеп тора. Бөтә ғүмерен тәрбиә эшенә арнаған — 38 йыл уҡытыусы булып эшләгән, үҙенең дә өс балаһын йәмғиәт өсөн файҙалы кешеләр итеп үҫтергән, яҡшылыҡты, яҡтылыҡты күрә белгән һәм шуларҙы тарих итеп бәйнә-бәйнә киләсәккә яҙып ҡалдырырға тырышҡан Мөнирә Хәким ҡыҙының изгелекле булмышы йәшәйешендә лә асыҡ сағыла шул!

Яҙырға тип килгән кешене ҡунаҡ итергә булды ла китте апайым. Әйтәм бит: гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, оло кәңәшсеһе булған Мөнирә Хәким ҡыҙы редакция хеҙмәткәрҙәренең барыһы өсөн дә туған кеүек. Шулай ҙа төп маҡсатымды онотмай, ҡалаҡ урынына ручка тотоп геройыма төбәләм. Һәм үҙем өсөн тағы бер «баҡтиһәң»де асам. Баҡтиһәң, быға тиклемге һөйләшеүҙәр эш буйынса — гәзит, мәҡәлә геройҙары тирәләй генә әйләнгән булған! Мөнирә апайҙың үҙе хаҡында бөтөнләй белмәүемде аңлап, ауыҙына ҡаратып мауыҡтырғыс итеп һөйләй белгән әңгәмәсем тормошон яңы китап уҡығандай йотлоғоп тыңланым. «Минең турала күп яҙҙылар», — тиһә лә, уның ғүмер сәхифәләре гәзит уҡыусылар өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр тигән өмөттә, һеҙгә лә бәйән итәм.

Донъялағы иң бәхетле кешеләрҙең береһе улдыр, моғайын. Тыуған ауылынан бер ҡайҙа ла ситкә китмәй, ошонда ғаилә ҡороп, ошонда уҡ хеҙмәт юлын үтеп, ғәзиз еренең илһөйәр ҡыҙы булып лайыҡлы йәшәү, ауылдаштарының абруй-хөрмәтен ҡаҙаныу бөтәһенең дә өлөшөнә яҙған бәхет түгел. 1926 йылда никахлашҡан Фәхриямал һәм Хәким Сәйфуллиндар һуғышҡа тиклем  дүрт уллы, бер ҡыҙлы ишле ғаилә була. Балаларының һәм тыуыр балаларының бәхетенән утты-һыуҙы кискән Хәким апа иҫән-һау ҡайта. Һуғыштан һуң  донъяға килгән Менәүәрә исемле ҡыҙҙары бик ҡыҫҡа ғүмерле була, биш йәшлек баланы яҙғы ташҡында Ҡыҙыл йылғаһы йота. Был ҡайғыны өлкәндәр сәңгелдәктәге Мөнирәгә баҫа. Иллегә инеп килгән ата-әсәһенең һуң тапҡан ҡәҙерле емеше булған ҡыҙыҡай зирәк, илгәҙәк бала булып буй еткерә һәм бөгөн ошо ҙур ғаиләнән бер үҙе генә ҡалған, ғәзиздәре тураһында иҫтәлектәр һаҡлаусы, рухтарына аяттар бағышлатыусы булып йәшәй.

— Элек Ҡусҡарҙа балалар күп булды. Шау-гөр килеп уйнап, күмәкләп мәктәпкә йөрөп балалыҡ йылдары үткәнен һиҙмәгәнбеҙ ҙә. Башланғыс белемде үҙебеҙҙе ауылда алдыҡ, 8-се класты Ярлыҡапта, урта мәктәпте Асҡарҙа тамамлап ҡуйҙыҡ. Бергә уҡырға төшкәндәрҙән 10-сы класты Ҡусҡарҙан мин, Зөлфиә Фәйезйәнова һәм Иҙәштән Ишдәүләт Шәрипов ҡына бөттөк. 9-сы класта беҙҙән бер класҡа өлкән Сара Ғәбитова ҡушылды һәм ошо өс ҡыҙ ғүмерлек әхирәттәр булып ҡалдыҡ, беҙҙе «ЗөлМөнСар» тип йөрөттөләр, — тип әңгәмәсем баласаҡ хәтирәләренә ҡайтып ураны.

Яҙмышы ла уның үҫеп еткәнен тыуған ауылында көтә. Биш өй аша ғына йәшәгән, «Рәшит ағай» тип өндәшеп йөрөгән туғыҙ йәшкә өлкән урамдаш егет ҡыҙҙы һората. 18 йәшендә генә кейәү йортона күсеп, 29 йыл ҡәйнә ҡарап, тормош юлдашы Рәшит Кирәйев менән 51 йылдан ашыу бер һүҙҙән булып татыу ғүмер кисерәләр. Рәшит Ибраһим улы хеҙмәт йылдарын «Заветы Ильича» колхозының Ҡусҡар бригадаһында урта звено етәксеһе булып үтә. Мөнирә апай иһә мәктәптә пионервожатый булып эш башлай. Ҡусҡар мәктәбенә тиклем бер хәл була: Баймаҡ районы Бикеш ауылынан Ғәлимйән ағаһы яңы мәктәп бөткән һеңлеһен «Беҙҙең ауылда уҡытырһың!» — тип матайҙа алып ҡайтып китә. «Ул дәүерҙә ун класс белемгә эйә булғандарҙы уҡытыусы итеп ала торғайнылар», — ти Мөнирә Хәким ҡыҙы был хаҡта.  Артынса Ҡусҡарҙан завуч Иосиф Мамлеевтың сәләме ҡыуып етә: «Ҡайт, үҙебеҙгә пионер вожатыйы кәрәк!» Маңлай яҙмышы саҡырыуы булғандыр был. Ҡыҙҙың аҫылы ситкә осоп китә яҙыуынан бер ҡурҡҡан Рәшит ағай ҙа шуға уның ҡулын һорауҙы тиҙләткәндер.

Ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтын тамамлай Мөнирә Хәким ҡыҙы.

— Киң профилле тракторсы тигән һымаҡ ауыл мәктәбендә уҡытыусыларҙы киң профилле уҡытыусы тип атар инем. Ниндәй генә фәндән уҡытманым икән — математика, география, тарих. Һуңғыһы айырыуса күңелемә ятты. Хаҡлы ялға киткән Фәриҙә Өмөтбаеваның урынына даими тарих уҡытыусыһы булып ҡалдым. Ярлыҡапта мәктәп бөтөрөлгәс, уҡытыусылар Ҡусҡарға күскәйне. Үҙемде уҡытҡан уҡытыусыларым менән бер коллективта эшләүем хеҙмәт тәжрибәһе мәктәбе лә булды. Сәүҙә Ғибәҙуллина, Мәрйәм Ҡаһирова, Рәсимә һәм Һиммәт Ғәбитовтар, Рафиҡ Фәйезйәнов, Ирғәле Ильясов, Шәкир Илһамов, Фәриҙә Өмөтбаева, Гөлнур, Валентин, Иосиф Мамлиевтар менән бергә эшләгән йылдарым педагогик тәжрибә туплау йылдарым булып иҫемдә ҡалған, һәммәһенә лә рәхмәтлемен! — ти ул хеҙмәт юлының башланғыс осорон хәтерләп.

Мөнирә Кирәйева исеме райондаштар өсөн тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ та таныш. Йәнтөйәгенең тарихын өйрәнеүе, ер-һыу аталамалары, үткәндәр тураһында ололарҙың һөйләгәндәрен яҙып алыуы осраҡлы килеп сыҡмай. Уҡыу программаһына «Башҡортостан тарихы» предметы индерелеүе һәм был юҫыҡта уҡытыу материалдарының әҙ, ярлы булыуы тарих уҡытыусыһын ошо эшкә этәрә. Халыҡ хәтерендә күпме яҙылмаған тарих — хазина йәшәүен аңлап, уларҙың тамсыһын да иғтибарынан ситтә ҡалдырмай, бөтә тулылығында яҙып алыуға, альбомдарға туплауға күп ваҡытын сарыф итә. Һәм был эшкә уҡыусыларын да йәлеп итеүе менән тарихҡа битараф булмаған илһөйәрҙәр үҫтерә. Үҙенә иһә илһөйәрлек, ерһөйәрлек тойғоһо, фронтовик ҡыҙы булараҡ, ғаилә тәрбиәһенән, атаһының яу юлы хәтирәләре, Тыуған ил, ер тураһында һөйләгәндәре аша аңына һеңгән. Зиһенле ҡыҙ бәләкәй сағынан ололар һүҙен тыңлап, улар аҡылында үҫә. Шуға күрә пионервожатый булып эшләй башлаған йәп-йәш уҡытыусының уҡыусы балалар менән ауылдағы һәр ветеран апаның өйөнә йөрөп, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышы иҫтәлектәрен яҙып алып ҡалыуына һис аптырайһы түгел. Әйтергә кәрәк, бөгөнгө көндә был мәғлүмәттәр ҙур тарихи ҡиммәткә эйә.

1974 йылда уҡ Мөнирә Хәким ҡыҙы намыҫлы тырыш хеҙмәте өсөн «Социалистик ярыш еңеүсеһе» билдәһенә лайыҡ була. Аҙаҡ мәғариф өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы тигән ҙур маҡтаулы исем менән баһалана. 38 йыл мәктәп юлынан атлап педагогик хеҙмәт ветераны булып 55 йәшендә хаҡлы ялға сыға.

Йылдар дауамында тупланған яҙмаларын ҡасан да кәрәгер тип сумаҙанына йыйып барыуының да файҙаһы тейә. Пенсияға сыҡҡас, Мөнирә Хәким ҡыҙы улар нигеҙендә ике китап баҫтырып сығарҙы. «Үҙәккәйем китә үңгәҙәп» тип аталған тәүге йыйынтығы тыуған ауылының ХХ быуат батырҙарына —­ Граждандар, Бөйөк Ватан, Афған, Чечня һуғыштарын үткән яугир улдарына бағышланһа, былтыр донъя күргән «Үткәндәргә ҡайттым әле...» китабына ошо ерлектең бай тарихы тураһындағы материалдарын туплаған. Китаптарын әҙерләгәндә автор яҙмаларын архив мәғлүмәттәре һәм документаль дәлилдәр менән дөрөҫләгән, «Халыҡ хәтере», «Халыҡ ҡаһарманлығы»  интернет-сайттарында эҙләнгән, махсус рәүештә баш ҡалаға барып Үҙәк архивта ултырған.

Мөнирә апайҙың редакция почтаһына ебәргән тәрән йөкмәткеле ҡулъяҙмаларын беҙ ҙә көтөп алабыҙ. Һүҙ бәҫен белеп, төплө итеп нигеҙләп яҙылған мәҡәләләрен бер төҙөтеүһеҙ тигәндән гәзит биттәрендә баҫтырабыҙ. Ул 1968 йылдың 29 октябренән «Осҡон» менән хеҙмәттәлек итә. «Комсомолдың 50 йыллығына арналған 1930 йылда ауылыбыҙға уҡытырға килгән Рауза Исмәғилева тураһындағы мәҡәләм баҫылып сыҡҡаны бирле яҙышам. Ә инде «Осҡон» менән уҡырға өйрәнгән сағымдан дуҫмын, яратҡан баҫмамдан бер ҡасан да айырылғаным юҡ», — ти ул.

— Әүәле ололар ғүмер тигәнең — күҙ асып йомған ара тиерҙәр ине. Һуңғы торо үҙем дә үткәндәрҙе барлап: «Ҡайһы арала үтеп китте һуң?» —  тип ғәжәп ҡылам. Үкенерлеге юҡ инде былай. Хеҙмәттә янып, эш, ғаилә, балалар тип дәртләнеп, йүгереп йөрөп йәшәлде. Улар араһында уҡытыусылар иңенә йөкмәтелгән хәтһеҙ йәмәғәт бурыстарын да үтәлде: пропагандист, агитатор булып йөрөү, вал әйләндереү, иген елгәреү, мәктәп менән колхозға сөгөлдөр үҫтереп уңышын йыйып биреп, Иҙәштәге һарыҡсылыҡ фермаһына япраҡ аҙыҡ бәйләү. Шөкөр, ғаиләмдән, йәмәғәтемдән уңдым. Парлы ғүмер юлын матур үттек. Бабай ауырып киткәс тә, миңә ауырлығын һалмаҫҡа тырышты. 11 йылдан ашыу ҡараным. Бер үҙем ҡалыуыма алты йыл хәҙер. Яңғыҙлыҡты тоймайым. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән бәхетлемен. Өлкән улым Илшат ҡаршымда ғына йәшәй. Сулпан киленем менән ғаилә ҡороуҙарына 35 йыл булды, дүрт бала үҫтерҙеләр. Илфир улым Миләүшә килен менән Асҡарҙа нигеҙ ҡорҙолар, өс балаға атай-әсәй булдылар. Ҡыҙым Рәзилә лә Асҡарҙа йәшәй, ғаиләле, ике ҡыҙы бар. Инде ейән-ейәнсәрҙәрем дә башлы-күҙле булып бөтөп киләләр, бүләләрем ишәйә, — тип ғүмер баҫҡыстарын барлай Мөнирә апай.

Өләсәһе һымаҡ уҡытыусы һөнәрен һайлаған Ырымбурҙа йәшәүсе ейәнсәре Эльвина 2015 йылда ноутбук бүләк итеп интернет селтәре менән ҡулланырға өйрәткәне бирле Мөнирә Хәким ҡыҙы ла донъя ауына «ҡапҡан». Интернеттан файҙалы мәғлүмәттәр эстәй, яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара, үҙ фекерен әйтеп комментарийҙар яҙа. Ватсап мессенджерында Ҡусҡар ауылы чатын булдырып, дөйөм мәнфәғәттә файҙалы эш тә алып бара.

 — Пенсиялағы кешегә нимә етмәй — аралашыу. Күҙгә-күҙ ҡарашып, ауыҙға ауыҙ терәп һөйләшеү үк булмаһа ла, социаль селтәрҙәрҙә хәл-әхүәл белешеп, башҡаларҙың тын алышын белеп ултырыуға риза булырға ҡала, — ти ул күрше-тирәһендә генә түгел, ауылда буш йорттар күбәйә барыуына бошоноп.

Төшөнкө нотаға көйләнә барған әңгәмәнең муйынын бороп, әңгәмәсемә тағы ла китаптар яҙығыҙ тигән булам. «Анһыҙ ҙа китап презентацияһында «Китабыңдын исемен күп нөктәгә бөтөргәсең, дауамы булыр ул», — тип Самат Фәйзуллин блокнот бүләк иткәйне. Бәлки, яҙырмын да», — тип ҡуйҙы ниндәйҙер эске дәрт менән.

Артабан тәҙрә аша турғайҙарҙы күҙәтеп сәй эстек. Тормош иптәше кеше көнлө булып ҡалғас, кәртәләге малдарҙы ҡарай алмауына көйәләнеп ятмаһын өсөн бөтә мал-тыуарын, ҡош-ҡортон бөтөрөргә мәжбүр булған Мөнирә апай турғайҙар, табылдыҡ бесәйҙәр тураһында хәстәрлек күреү менән тормошона яңы мәғәнә биргән. Күңеле матур булғанғалыр.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас