+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
24 Март 2020, 10:29

Өфөлә террор акты иҫкәртелде

БР Федераль именлек хеҙмәте Башҡортостанда әҙерләнгән террористик актты туҡтатыу буйынса махсус операция үткәрелеүе тураһында белдерҙе

21 мартта Дим трассаһында хоҡуҡ һаҡсылары «Тойота» автомашинаһын туҡтатырға тырыша. Был автомобилдә бандиттар булыуы хаҡында хәбәр алынған була. Әммә машинаны туҡтатыу талабына ҡаршы килеп, «Тойота»ла булған кешеләр ут аса. Артабанғы атыш мәлендә бандит юҡ ителә.
«Еңел автомобилдә ҡасырға маташҡан енәйәтселәрҙең Өфөлә терракт ҡылырға йыйыныуҙары тураһында билдәле булды, атыш мәлендә улар юҡ ителде. Машинала пистолет һәм ҡулдан эшләнгән шартлатҡыс табылды», — тип аныҡланылар Федераль именлек хеҙмәте идаралығында.
Фото: "Башинформ"
Читайте нас: