Буранғол урта мәктәбендә 4-се класс уҡыусылары өсөн «Беҙ тыныслыҡ яҡлы» исемле хәтер сәғәте үткәрелде. Ауыл китапханасыһы М. Ә. Хәйруллина терроризм, Беслан ҡалаһында бынан 16 йыл элек булған аяныслы фажиғә тураһында һөйләгәндән һуң, бер минутлыҡ тынлыҡ менән террор ҡорбандары иҫкә алынды. Һуңынан уҡыусылар асфальтта ошо темаға бәйле һүрәттәр төшөрҙө. Сараны «Һәр ваҡыт булһын ҡояш!» йыры йомғаҡланы.