-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
11 Май 2021, 14:15

Балаларға атҡандар

Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда — ғәҙәттән тыш хәл. 175-се мәктәптә балалар һәләк булыуы сәбәпле, Татарстан Президенты 12 майҙы матәм көнө тип иғлан итте.

РИА яңылыҡтар хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Ҡазан ҡалаһының 175-се мәктәбендә билдәһеҙ кешеләр ҡоралдан ут асыуы сәбәпле, 10 уҡыусы һәм бер уҡытыусы һәләк булған (һандар аныҡлана), 20 кеше йәрәхәтләнгән, 30-ҙан ашыуы төрлө дәрәжәлә зыян күргән.
Иртәнге 9 сәғәт 25 минутта мәктәптә ут асыуҙары тураһында хәбәр алына, был мәлдә бинала 714 уҡыусы, 70 хеҙмәткәр була.
«Беҙ 10 баланы юғалттыҡ, улар өсөнсө ҡатта дәрестә ултырған була. Террор актын ҡылыусының шәхесе асыҡланды, ул ҡулға алынды. Уға 19 йәш, ҡорал йөрөтөүгә лицензияһы булған. Тикшереү бара. Мәктәпкә, ата-әсәләргә һәм балаларға тейешле ярҙам күрһәтеләсәк. Был фажиғә бөтә республика өсөн оло ҡайғы», — тине Рөстәм Миңлеханов.
Татарстанда террорға ҡаршы ғәҙәттән тыш режим индерелгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәиров күрше республика халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм республика мәктәптәрендә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә бойорҙо.
Читайте нас: