-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
2 Июль 2021, 17:00

Әсә көтә улын, «иҫән» тиеп...

Күпме әсәләрҙе ҡан илатҡан Чечня. Ҡарағайҙай ныҡ атайҙарҙы ваҡытынан алда һалҡын гүрҙәргә индергән. Бала ҡайғылары күргәндәргә, ғәзиз улдарын ил һағына оҙатып, иҫән-имен ҡаршы ала алмағандарға, өмөттәрен өҙмәй һаман ҡайта тип көтөүселәргә бағышлайым...

Шәкирә Шәрәфетдинованың улым тип ут йотоуына быйыл 25 йыл. Әйтеүҙәре генә анһат: сирек быуат инде ятһа-торһа ла, ашарға ултырһа ла, уйында улы — Илһамы. Ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, армиянан ҡайтыр көндәрен һанаған һалдат 1996 йылдың июлендә, һыуға төшкәндәй, ғәйеп була.
Илһам Шәрәфетдинов 1994 йылдың 20 декабрендә хеҙмәткә саҡырыла. Был мәлгә Ҡушый егете Таштимер һөнәрселек училищеһын тамамлап, тракторсы, фермер һөнәрҙәре буйынса диплом, «С» категориялы водитель танытмаһы алып, колхозда шофер булырға, хатта ураҡта эшләп китергә өлгөрә.
— Проводын алдан үткәргәйнек. Китә торған көнө сәғәт 12-гә хәрби комис-сариатҡа килеп етергә тигән фарман алғас, борҡ-һарҡ йыйынып сығып киттек. Ғәҙәттә призывниктарҙы төштән һуңға йыя торғайнылар. Йола буйынса күрше-күлән, ауылдаштар килеп оҙатып ҡалырға өлгөрмәне. Бер килен генә юлда осрап, Илһамға аҡса тотторҙо, имен хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләп ҡалды. «Отправка сәғәт 3-тә генә икән, ҡыҙҙар шаяртҡан булған», — тип сыҡты улым хәрби комиссариаттан. Ул көндө райондан һигеҙ егет армияға китте. Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһының Нальчик ҡалаһына 29 декабргә барып етеп, шул көндән хеҙмәте иҫәпләнә башланы. Йыл ярым хәҙер генә үтер ҙә китер, 1996 йылдың 29 июнендә ҡайтып та төшөр, тип йыуандым, — ти әсә.
Илһам армияла ла шофер булып хеҙмәт итә. БТР, Урал машиналарын йөрөтә, аҙаҡ бензовозға ултыра. Тыуған өй, яҡындар менән араларҙы хаттар бәйләй. Һалдат хәбәрҙәре бик йыш килә. Ул үҙенең Чечняла булыуын һиҙҙермәй. Киреһенсә, өйҙәгеләрҙе тынысландырып, мине унда ебәрмәйҙәр, тип ышандырырға тырыша. 90-сы йылдар уртаһында һалдат әсәләрен армия һүҙе түгел, ә Чечня тигән ҡот осҡос афәт утҡа һалғанын ут эсендә йөрөгән егет бигерәк тә яҡшы аңлағандыр. Ә үҙе был мәлдә Нальчик–Чечня рейсы буйынса яғыулыҡ ташый.
«Беҙҙекеләр Чечняла. Мин Прох-ладныйҙа ҡалдым. Беҙҙең баттың бер ротаһы шунда ҡарауыл тота. Минең срок сығырға ровно өс ай ҡалды», — тип яҙа ул 1996 йылдың 28 мартындағы хатында. Артабан «Отпускыла булманым, бер ай Чечняла булдым, шуларҙы алып ташлаһаң — бер ай ярым самаһы ҡала» тип тә өҫтәй. Аҙаҡ Шәрәфетдиновтар хәбәрһеҙ юғалған улдарының эҙен юллап хәрби часть командованиеһына яҙған күп һанлы мөрәжәғәттәренең береһенә алған яуаптан 1995 йылда, 30 ноябрь — 30 декабрь арауығында, һәм 1996 йылдың 8 мартынан юғалғанына тиклем Илһамдың Чечняла булыуын асыҡлай. Тимәк, үрҙәге хат Чечнянан яҙылған булып сыға. Һалдаттың тел төбөнән билдәһеҙлек ялмап алған кәйефе лә һиҙелгәндәй: «Мин үҙем белмәйем, беҙҙе увольнять итәләрме-юҡмы? Вис баш ҡатып бөттө. Берәүһе увольнять итәбеҙ ти, икенсеһе ике йыл хеҙмәт итәгеҙ ти. Ярар, нисек булһа ла, ҡасан булһа ла ҡайтып етермен әле»...
Улдарынан һуңғы хатты Шәкирә һәм Рәфҡәт Шәрәфетдиновтар 1996 йылдың 26 июнендә ала. Уның өс айҙан ҡайтам тигәнен уҡып, ҡыуаныуҙарының сиге булмай. Тик 6 июлдән һуң Илһамдың артабанғы яҙмышы һаман да билдәле түгел. Юғалыр көндө ул башҡа иптәштәре менән яғыулыҡ артынан китә. Бензово-зының тәгәрмәсе тишелеп колоннанан айырылып тороп ҡала. Эргәһендәге прапорщик лаяҡыл иҫерек була. Һалдат тәгәрмәсте алмаштырғансы тип, ул яҡындағы ҡыуаҡлыҡ төбөнә күләгәгә инеп ята. Уянып китеүенә егет булмай. Ҡоралы ла, документтары ла, аҡсаһы ла кабинала ятып ҡала. Егеттең ҡайҙа юҡ булыуын белмәгән прапорщик, башынан себен осороп, уны, ҡасты тип аңлатма яҙа.
Август башында «Ваш сын самовольно оставил часть» тигән йөкмәткеле хат Ҡушыйға ла килеп етә. Уны беренсе булып уҡыған ағаһы Рәшит, ата-әсәһен борсомаҫ өсөн, хатты йәшерә. Ләкин күп тә үтмәй, «Улығыҙ армиянан ҡасҡан», — тип өйгә участковый килә. Аяҙ көндә йәшен атҡандай шаңҡып ҡалған ата-әсәһенә Рәшит теге хатты тоттора. Инде хеҙмәт срогын тултырған улының ундай ҡырын аҙымға барасағы юҡлығына тамсы ла шиге булмаған Шәкирә Нәби ҡыҙы был хәбәргә һис ышанмай. Юҡ, юҡ, юҡ! Ошо көндән тыныслыҡтарын юғалтҡан Шәрәфетдиновтар улдарын табыуҙа ярҙам һорап кемдәргә генә күҙ төбәмәй.
Илһамдың исемен «Неизвестный солдат Кавказской войны (1994–1996 гг). Потери Российских войск: погибшие, пропавшие без вести, пленные» тигән китаптың «Списки военнослужащих, самовольно оставившие часть» тип аталған бүлегенә лә индереүҙәре, уның таҙа намаҫына бысраҡ яғыуҙары өсөн яҡындарында рәнйеүҙән тыш, бик күп хикмәтле һорауҙар тыуҙыра. Беренсенән, әгәр ул Чечняла булмаған булһа, был китапҡа исеме бөтөнләй индерелмәҫ ине. Икенсенән, китапта ҡорал менән хәрби часын ҡалдырыусыларҙың исем-шәрифе эргәһенә билдә ҡуйылған. Илһамдың тәңгәлендә ул юҡ, тимәк, ҡоралы машинала ҡалған тигән һүҙҙәр ысынбарлыҡҡа тура килә. Ҡасыр һалдат ҡорал ташлап китә микән? Уны әсирлеккә алғандар тигән шик нығыраҡ ысынға тарта. Хеҙмәттәштәре лә Илһамды тик ыңғай яҡтан ҡылыҡһырлай, сәйер юғалыуын «урлағандар» тип фаразлай. Ул ваҡытта Дәүләт Думаһы депутаты булған Р. И. Шөғүров Рәсәй Ҡораллы Көстәрен аяҡҡа баҫтырып, йәш яҡташының үҙ белдеге менән часты ҡалдырмағанлығын аҡлаттыра, уны хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар исемлегенә индертеүҙе юллай.
Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәттәре «ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нимә лә асыҡлай алманыҡ» тигән йыуанырлыҡ бер һүҙ булмаған ҡоро отписка-яуаптар менән оҙатыла килһә лә, әсәһе менән атаһы эҙләүҙән төңөлмәй. Өмөтләндергән «өс айҙан ҡайтам» тигән ваҡыты ла үтә, бергә киткән хеҙмәттәштәре әйләнеп ҡайта, тик ул ғына юҡ. Йыл артынан йылдар уҙа...
Улдары тураһында остоҡ хәбәр ишетеү өсөн ниндәй генә сараларға бармай Шәрәфетдиновтар. Шәкирә апай «Жди меня» тапшырыуына хат яҙып ҡарай. Бының өсөн «Жди меня» гәзитенә яҙылырға һәм унда баҫылған бланкыны тултырып ебәрергә кәрәк була. Ләкин яуап килмәй. Бәлки, улым иҫен юғалтып, аҙашып ҡайта алмай йөрөйҙөр тип күпме йылдар телевизорға текләп ултырыуҙары ла бушҡа була, ҡоро башҡа яҙмыштар өсөн өҙгөләнеп, хәсрәте яңырып йәшкә быуылыуҙары ғына... «Операция участковый» тапшырыуына яҙған хаты ла яуапһыҙ ҡала. Ишеткән-белгән күрәҙәселәр ҡалмай. Халыҡ көслө тип маҡтаған Өфө күрәҙәсеһе Вера Рогожникованан улы хаҡында белешеү өсөн «Тайны здоровья» гәзитенә яҙыла. Улы табыла тиһәләр, тағы әллә ниндәй шарттарға ла күнер ине ул. Күрәҙәләргә үҙ йомоштары менән барған таныш-белештәре лә Илһам тураһында һорашмай ҡайтмай. Фотоһүрәтенән йылы килә, «иҫән» тиеү-ҙәре һалдат әсәһенең күңелен йылытҡан иң ҡәҙерле һүҙ. Шуныһы хикмәтле: бөтә күрәҙәләр ҙә Илһамдың тауҙар араһында әсирлектә булыуын, хатта яраларын, контузия алғанын «күрә» һәм уның ҡасан да ҡайтырына өмөтләндерә.
— «Нисек булһа ла, ҡасан булһа ла ҡайтып етермен әле...» — Илһамдың хатындағы ошо юлдар әллә бөтә киләсәген хәл итерлек һүҙҙәр булып, Аллаһы Тәғәләнең «Амин!» тигән сағына тура килде лә ҡуйҙы микән? — тип Шәкирә Нәби ҡыҙы улының ҡайтырын оло сабырлыҡ менән көтә. Шул көндө күрә алһам ине тип Хоҙайҙан ғүмер һорай. «Илһамға» тигән бағышлау менән фотоальбом да тотҡан. Унда улының бәләкәй сағынан алып армияла төшкән һуңғы фотоларына тиклем, унан олатай-өләсәһенең, ата-әсәһенең, ағаһы, апайы, һеңлеһе һәм уларҙың балаларының фотоһүрәттәрен беркеткән. Хатта документтары — тыуыу тураһындағы таныҡлығы, СССР өлгөһөндәге паспорты, диплом-танытмалары, башҡа белешмәләрен дә бер урынға туплаған. Илһамдың армиянан яҙған хаттары ла ошонда.
— Донъя хәлен белеп булмай. Илһамым бер мәл ҡайтҡанда мин, бәлки, булмаҫмын да. Ошо альбом уға яңы тормош башларға, юҡ, үҙ ғүмер юлынан йәшәп китергә асҡыс булыр тип уйлайым, — ти ул.
Улы өсөн эстән ғазапланған атаһы Рәфҡәт Рәүеф улы инфаркт, инсульт кисереп, 70 йәшкә лә етмәй, гүр эйәһе була. Ул да бөтә күңеле менән Илһамдың намыҫының сафлығына, тере булыуына ышана. Хәбәрһеҙ юғалған һалдат өсөн пособие юллау өсөн улдарын үлгән тип суд аша танытыуҙан да оҙаҡ ваҡыт баш тартып килә Шәрәфетдиновтар. Бары 12 йыл үткәс кенә суд ишеген асалар.
Илһам армияға киткәндә береһе лә башлы-күҙле булмаған туғандары ғаилә ҡороп, 11 ул-ҡыҙға атай-әсәй булған. Рәмилә апайының кейәүгә сығыуы тураһында хатҡа яҙып һалғас, «Минең ҡайтҡанды көтһәгеҙ ни булған?» — тигән ҡәнәғәтһеҙерәк яуабын алалар. Илһамды юғалтҡан 1996 йылдың июле Шәкирә апай менән Рәфҡәт ағайҙы тәүгә өләсәй-олатай ҙа иткән ай. Тиҙҙән өлкән ейәнсәрҙәре Гөлнара 25 йәшен тултыра. Биш ул үҫтереүсе һеңлеһе Рәмзиә «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған. 30 йылдан ашыу ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған Шәкирә Нәби ҡыҙы үҙе лә күптән түгел генә «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы менән наградланған. Ғаиләләге ошо ҡыуаныслы ваҡиғалар, яңылыҡтар, үҙгәрештәр тураһында улына үҙе һөйләгеһе килә әсәнең. «Ҡайҙарҙа ғына йөрөйһөңдөр, балам, тамағың ризыҡҡа туямы, ятҡан түшәгең йомшаҡ микән?» — үҙ алдына улы менән һөйләшмәгән көнө юҡ Шәкирә апайҙың. Хаҡлы ялға сыҡҡаны бирле 2002 йылдан намаҙға баҫҡан әсә көн дә доғаларында уға иҫәнлек-һаулыҡ теләй. Фотоларын ҡарап, уның йөрәгенән сыҡҡан хат юлдары буйлап бармаҡтарын йөрөтөп, һағышын йыр-аяттар менән баҫа.
«Илһам ниндәйерәк малай булып үҫте?» — тип һораным Шәкирә апайҙан. «Бәләкәйҙән сос, тәүәккәл булды. Шаянлығы ла етерлек ине. «Мин», — тип алдан төшөп торҙо. 9-сы кластан һуң артабан мәктәптә уҡырға булды. Иртәнсәк Дәүләткә мәктәпкә оҙаттыҡ, төштән һуң СПТУ-нан уҡыуҙан ҡайтып инде. Баҡ-тиһәң, 10-сы класҡа бер малай ҙа ҡалмаған була, шуға күрә ул да Таш-тимергә сығып китә. Диплом алғас тура колхозға эш һорап барғанын да белмәй ҡалдыҡ. Бер мәл ҡапҡа алдына һөт машинаһы килеп туҡтаны, ҡараһам, улым төшөп килә», — бәхетле мәлдәренең хәтирәләре лә татлы, сағыу Шәкирә Нәби ҡыҙының.
— Ағаһы армиянан йөрөп ҡайтҡас, Илһамды ебәрмәгеҙ тигәненә ниңә ҡолаҡ һалманым икән? Хәйер, һоранып йөрөү беҙгә ят, миңә, уҡытыусы кешегә, оят та. Икенсенән, Илһамдың хеҙмәт итеү теләге көслө ине, уға ҡаршы тороп та бер ни хәл итә алмаҫ инек, — тип ауыр көрһөнөп ҡуя әсә. — Хәрби хеҙмәт беҙҙең ғаиләлә элек-электән изге төшөнсә булды. Ағайҙарым өсәр йыллыҡ хеҙмәткә эләкте, улдарымды оҙаттым. Хәҙер Рәшитемдең улы Рәнис ил һағында. Бер Илһамым өсөн генә йөрәгем өҙөлә. Мине йәлләп ейәнем Фәнгиз әле бәләкәй генә сағында: «Илама, өләсәй, үҙем армияға барһам, малайыңды табып алып ҡайтырмын» — тип йыуатҡайны. Ҡолонсағымдың ошо һүҙҙәре йәшәү көсө бирҙе ваҡытында. Фәнгизем хәҙер ҙур инде — 17 йәшен тултырҙы, уға ла хеҙмәт ваҡыты яҡынлаша. Баланың һүҙҙәре раҫҡа килеп, улым табылмаҫмы икән тип көтәм һаман. Илһамыма быйыл сентябрҙә 45 йәш тула, ә уны зарығып көтөүҙәремә 25 йыл. Нисек булһа ла, ҡасан булһа ла ҡайтһын ғына. Нисек бар — шулай ҡабул итермен...
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: