-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
9 Июль 2021, 15:50

Бөгөн Өфөлә террор осрағы киҫәтелде

Хоҡуҡ һаҡлау органдары объектын шартлатырға йыйынғандар...

Рәсәйҙең Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн Өфөлә террор осрағын әҙерләүселәр ҡулға алынған. «Хайят Тахрир аш-Шам» халыҡ-ара террор ойошмаһына ҡараған ир-егет республиканың башҡалаһында теракт ҡылырға йыйынған.
Ҡуртымға алынған йортта ҡулланыуға әҙер шартлатҡыс табылған, шулай уҡ икенсеһен дә әҙерләй башлағандар булған. Телефонда террор ойошмалары менән бәйләнеш булыуы асыҡланған. Улар Өфөнөң хоҡуҡ һаҡлау органдары объектын шартлатырға йыйынған. Әлеге ваҡытта оператив-тикшереү саралары уҙа.
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: