Белеүегеҙсә, был ил менән авиабәйләнеш 2015 йылдың октябрендә Синай ярымутрауы күгендә Рәсәй самолеты һәләкәткә тарығандан һуң туҡтатылғайны. Тикшереүҙән һуң ентекле планлаштырылған террор акты булыуы асыҡланған был фажиғәлә 224 пассажир, шул иҫәптән балалар һәләк булды. Шулай итеп, июлдә Мысырға ял итергә барырға теләһәгеҙ, туроператорҙарға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.