Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең Хәүефһеҙлек Советының даими ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе.
Кәңәшмәлә илдең ағымдағы социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләһе тикшерелде. Бынан тыш, Афғанстандағы хәл- торош, Әрмәнстан һәм Азербайджан сигендәге хәлдәр тикшерелде.
Алдағы көндәрҙә Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу Афғанстанда террористарҙың әүҙемләшеүе тейешле саралар ҡабул итеүҙе талап итә, тигәйне. Уның белдереүенсә, әле был йүнәлештә эш алып барыла. Афғанстандағы хәлдәрҙең киҫкенләшеүен иҫәпкә алып, Рәсәй, Тажикстан һәм Узбәкстан илдәре берлектә хәрби уҡыуҙар үткәрә, тине ул.