Йыл һайын 3 сентябрҙә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек белдереү көнө билдәләнә. Террор акттары илдең төрлө ҡалаларында теркәлеп торһа ла, был дата бушҡа һайланмаған — 2004 йылдың 1 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында ҡанһыҙлығы, бәғерһеҙлеге менән бөтә донъяны шаҡ ҡатырған террор акты ҡылына. Беслан фажиғәһе Рәсәйҙә йәшәүселәр хәтеренә мәңгелеккә уйылған. Бандиттар мәктәпкә һөжүм итеп, уҡыусыларҙы аманатҡа алыуы арҡаһында 333 кеше һәләк була. Шуларҙың 186-һы — 1-ҙән 17 йәшкә тиклемге балалар. Өс көн дауам иткән мәхшәр 3 сентябрҙә генә тамамлана, махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙәр мәктәпкә штурм яһап, террорсыларҙы юҡ итә ала. Ошо ҡайғылы көн хәтер көнө булараҡ билдәләнә.
Был көндө беҙ ил буйынса вәхшиҙәрсә ҡылынған терракт ҡорбандарын иҫкә алабыҙ: улар төрлө йылдарҙа Буйнакск, Мәскәү, Санкт-Петербург, Первомайск, Буденновск, Волгодонск, Владикавказ ҡалаларында теркәлде. Быйыл сығарылыш имтихандары алдынан Ҡазан мәктәптәренең береһендә булған фажиғәне лә террактҡа тиңләйҙәр. Төбәктәрҙә һәләк булғандар иҫтәлегенә митингылар уҙа, мәктәптәрҙә тематик дәрестәр үтә, мемориалдарға сәскәләр һалына.
Тетрәндергес Беслан фажиғәһе унда балаларын юғалтҡан атай-әсәйҙәрҙең йөрәген әле лә бысаҡ кеүек телгеләй, иҫән ҡалғандар ҙа хәленән килһә был көндө мәңгелеккә хәтеренән юйыр ине...
Белем байрамына тип матур кейенешеп мәктәпкә килгән балалар өсөн 1 сентябрь ҡанлы, аяныс ваҡиғаға әйләнә. Баштан-аяҡ ҡоралланған 32 террорсы автоматтарҙан атып, линейкала булғандарҙы бина эсенә ҡыуалап индерә. Спорт залын шартлатҡыс матдәләр менән тултырып, күбеһен шунда бикләйҙәр. Аманатҡа алыныусыларҙы ҡурҡытыр өсөн бер нисә кешене ошонда уҡ язалайҙар йә атып үлтерәләр. «Беҙҙең аранан береһе үлһә, 50 аманатты атасаҡбыҙ», — тип янай боевиктар.
Һөйләшеүҙәр мәлендә бер кешене записка яҙып, хәрбиҙәр яғына сығаралар. Әммә ошо мәлдә террорсы ҡатындың «шәһит билбауы» шартлай. Быға йәндәре көйгән бандиттар 20 кешене атып үлтерә. Баш күтәреүсе булмаһын тип, бинала булған ир-егеттәрҙе үлтереп, уларҙың кәүҙәләрен 2-се ҡаттан ырғыталар.
2 сентябрҙә бинаға инергә рөхсәт алған Ингушетияның элекке етәксеһе Руслан Аушев 26 кешене — бәләкәй сабыйҙары булған әсәйҙәрҙе сығарыуға өлгәшә. Әммә был һөйләшеүҙән һуң боевиктар тағы ла яуызыраҡ булып китә — кешеләрҙе һыуһыҙ интектерә һәм иҙәнгә ятып ял итеүҙе тыя. Бәҙрәфкә йөрөү тураһында һүҙ ҙә булмай. Балалар ошонда уҡ, күмәк кеше араһында хәжәтен үтәргә мәжбүр була. «Иҫтән яҙып ҡолаусыларҙы атабыҙ», — ти террорсылар.
3 сентябрҙә алдан килешелгәнсә, мәктәп бинаһы янына ҡотҡарыусыларҙың машинаһы килә, бандиттар мәйеттәрҙе йыйып алырға рөхсәт бирә. Тап ошо мәлдә спорт залында ике көслө шартлау яңғырай. Һөҙөмтәлә емерелгән стеналарҙан кешеләр сығып ҡаса башлай, әсәйҙәр балаларын тәҙрәнән ырғыта. Балаларҙың шартлаған ярыҡтарҙан сығыуын күреп, хәрбиҙәр һәм осетиндар үҙҙәре һөжүмгә күсергә була. Ә боевиктар ҡасырға маташҡан балаларҙың арҡаһына ата, махсус отрядтарҙағы Рәсәй хәрбиҙәре лә, балаларҙы үҙ тәне менән ҡаплап, һәләк була... Был ҡаңғырыҡтан һуң да бандиттар ҡулында 200-ләгән кеше ҡала. Уларҙы ашханаға индерәләр.
«Ашығыс ярҙам» машиналары яралыларҙы ташып өлгөрмәй, шуға кемдең машинаһы бар — бинанан сыға алғандарҙы үҙҙәре дауаханаға ташый.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыу операцияһы килеп сыҡмай. Мәктәп һәм уның эсендәге аманаттар өсөн ысын мәғәнәһендә һуғыш башлана.
333 кешенең ғүмере ҡыйыла. 186 бала, «Альфа» һәм «Вымпел» отрядтарының 10 хеҙмәткәре, 6 ҡотҡарыусы. Күптәр ауыр яралар ала.
Бесланда хәҙер Белем байрамы юҡ. 1, 2, 3 сентябрь — бында Матәм көндәре. Уҡыуслар мәктәпкә 4 сентябрҙә генә бара.
Йәшәп тә өлгөрмәй, ҡанһыҙ бандиттар ҡорбаны булған фәрештә кеүек кенә сабыйҙар мәңге беҙҙең хәтерҙә...
Фото: интернет селтәренән һәм В. Веленгуриндың сәхифәһенән.