Федераль именлек хеҙмәтенең республика буйынса идаралығы террор акты әҙерләгән биш кешене тотҡан. Улар — 17-нән 20 йәшкә тиклемге егеттәр, барыһы ла неонацист төркөмгә ҡарай. Тәфтиш комитеты террор хәүефе тыуҙырған был кешеләргә ҡарата Енәйәт кодексының бер нисә статьяһы буйынса эш асҡан.
Төркөмдөң лидеры булған 19 йәшлек егет иптәштәре менән үҙ аллы бомбалар эшләргә өйрәнгән һәм был шартлатҡыстарҙы яҡын арала төрлө дәүләт учреждениеларында ҡулланырға йәки полиция урынлашҡан биналарҙы шартлатырға ниәтләгән. «Был егет үҙе неонацистик идеяларҙы таратҡан , иптәштәрен ҡорал менән эш итергә өйрәткән, шулай уҡ шартлатҡыс матдәләр етештереү менән етди ҡыҙыҡһынған. Хәрби эшмәкәрлек, террор акттары ҡылыу буйынса махсус әҙәбиәт тә уҡыған», — тип белдерәләр Тәфтиш комитетында.