-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
26 Ноябрь 2021, 17:05

Ҡара төҫлө беретҡа һәм хәрби антҡа тоғро

Хәрби-диңгеҙ пехотаһының иң ҙур берекмәһе — Ҡыҙыл Байраҡлы 55-се дивизияға килеп төшә улар. Был дивизия составында ниндәй генә хәрби һөнәр оҫталары әҙерләнмәй! Артиллерия, зенит-ракета батальондарынан башлап, спорт роталарына хәтлем — дивизияла 5 меңдән ашыу хәрби иҫәпләнә. Андрей Чуриков махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыу өсөн төплө әҙерлек үткәреүсе десант-штурм бригадаһына эләгә.

Ҡара төҫлө беретҡа һәм хәрби антҡа тоғро
Ҡара төҫлө беретҡа һәм хәрби антҡа тоғро

Хәрби-диңгеҙ пехотаһы — Рәсәй Ҡораллы Көстәренең элиталы ғәскәрҙәренең береһе һанала. Бына өс быуат инде ҡара берет кейгән хәрбиҙәр Ватаны-быҙҙың диңгеҙ буйы сиктәрен ышаныслы һаҡлай. Диңгеҙ пехотаһында тәүәккәл, ҡыйыу, тапҡыр, маҡсатлы, ныҡышмал һәм ҡурҡыу белмәҫ егеттәр генә хеҙмәт итә ала. Хәрби-диңгеҙ пехотаһы ғәскәрҙәре яр буйҙары плацдармдарын ғына һаҡлап ҡалмай, Ҡораллы Көстәрҙең төрлө стратегик мөһим операцияларында ла алдынғы һыҙыҡта. Ә десант-штурм бригадалары тәғәйен биләмәне ҡыҫҡа арауыҡта яулап алырға һәләтле.
Йыл һайын 27 ноябрҙә Хәрби-диңгеҙ пехотаһы көнө билдәләнә. Был ғәскәрҙәр тарихы Петр батша заманына барып тоташа һәм быуаттар дауамында — Бөйөк Ватан һуғышы, Төньяҡ Кавказдағы локаль бәрелештәр, Сириялағы хәрби операциялар һәм илдең тотороҡлолоғон һәм ныҡлығын һаҡлау талап иткән башҡа яуҙарҙа үҙҙәрен иң тәжрибәле һәм оҫта подразделениелар итеп танытты.
Бөгөнгө көндә Хәрби-диңгеҙ пехотаһы берләшмәләре Каспий, Балтик, Ҡара, Төньяҡ диңгеҙ-ҙәрендә һәм Тымыҡ океан флоттарында бар. Данлыҡлы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеү хоҡуғы һирәк ир-егеттәргә генә эләгә, бында алынған һалдаттар ҡатмарлы һынауҙар аша үтергә тейеш. Райондашыбыҙ Андрей Чуриков — ошондай батыр йөрәкле егеттәрҙең береһе.
Андрейҙың тормош юлы тәү ҡарашҡа ябай ғына. Ул Михайловка ауылында тыуып үҫә, ошонда уҡ урта белем ала. Тиҫтерҙәренән ҡалышмай, 93-сө һөнәрселек училищеһында водитель һәм автомобилдәр ремонтлаусы слесарь һөнәрҙәренә уҡып сыға. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле егет мәктәптә уҡыған осорҙа физкультураны үҙ итә, йүгерә, бер осор каратэ менән дә шөғөл-ләнә, өлгәш яғынан да һынатмай.
1993 йылда, йәше тулғас, уны әрмегә саҡыралар.
«Хәрби-диңгеҙ пехотаһына эләгеүем тураһында хәрби комиссариатта медицина комиссияһы үткән саҡта уҡ билдәле булды, — тип хәтерләй Андрей. — Был ғәскәрҙәр төрө тураһында белә инем, ни тиһәң дә, малайҙар бәләкәйҙән армия, хәрби форма һәм башҡа шундай атрибуттар менән ҡыҙыҡһына, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан өлкән һалдат ағайҙарға ҡарап һоҡлана. Мин дә шундай инем һәм Ҡораллы Көстәр элитаһына ебәрелеүемә, әлбиттә, ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем».
Өфөләге республика йыйылыу пунктынан иң шәп 120 егетте һайлап алалар һәм самолетҡа ултыртып, Владивостокка оҙаталар. Хәрби-диңгеҙ пехотаһының иң ҙур берекмәһе — Ҡыҙыл Байраҡлы 55-се дивизияға килеп төшә улар. Был дивизия составында ниндәй генә хәрби һөнәр оҫталары әҙерләнмәй! Артиллерия, зенит-ракета батальондарынан башлап, спорт роталарына хәтлем — дивизияла 5 меңдән ашыу хәрби иҫәпләнә. Андрей Чуриков махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыу өсөн төплө әҙерлек үткәреүсе десант-штурм бригадаһына эләгә. Хәрби ант ҡабул итеп, ике ай «Курс молодого бойца» үткәс тә, уларҙы роталарға бүлеп, туранан-тура «шартлы» дошман менән алышҡа әҙерләй башлайҙар. Парашют менән һикереү, диңгеҙгә, яр буйына десант яһау, разведка, физик күнекмәләр, ҡул һуғышы — пехотинец өсөн кәрәкле бөтә алымдарҙы ла үҙләштерә ул. Хәрби десант караптарында диңгеҙгә лә сығалар, айҙар буйы полигондағы атышта ла ҡатнашалар — ҡыйыу һәм сыҙамлы ил һаҡсыларының бер сәғәте лә буш үтмәй. «Хәрби-диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итеүсе бөтә был шөғөлдәренән тыш, һәр төрлө ҡорал менән дә эш итә белергә тейеш, — ти Андрей Александрович. — Калашников автоматы, пулемет, хәнйәр, гранатомет һәм башҡаһы — матростар уларҙың һәр береһен һуғыш шарттарында ҡуллана белә».
Яҡташыбыҙ бер йыл хеҙмәтен тултыра. Ә 1994 йылдың декабрендә Чечен Республикаһында хәрби бәрелеш башлана. Конституцион тәртип урынлаштырыу өсөн Чечняға эске ғәскәрҙәр, десантсылар ингәндә, анауындай әҙерлек үткән хәрби-диңгеҙ пехотаһы нисек ситтә тороп ҡалһын инде? «Бойороҡ бирелгән икән, уны үтәргә кәрәк. Шуның өсөн дә ил һаҡсыһы, һалдат тигән исемде йөрөтәһең бит», — тип фекерләй мәҡәләм геройы. 1995 йылдың ғинуарында хәрби частән матрос булараҡ Төньяҡ Кавказға сығып киткән А. Чуриковҡа юлда уҡ сержант погондары тағалар...
Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан егеттәр тормошо юлының был осоро тураһында һөйләп бармай. Хәтирәләр үтә ауырмы, әллә ул осорҙоң ҡанлы ваҡиғаларын иҫләмәҫкә һүҙ биргәндәрме — белеүе ҡыйын. Иптәштәреңде юғалтыу, әҙәм күргеһеҙ ҡыйынлыҡтар, утлы мәхшәрҙе кем хәтерләп ултырғыһы килһен... Андрей Александрович та шундайҙарҙан. Аҙ һүҙле, тыйнаҡ, тәрән аҡыллы уҙаман ул. Кавказ тауҙарынан иҫән-һау ҡайтыуына шөкөр тиек. Бөгөн ул «Боевое братство» ойошмаһы эштәрендә әүҙем ҡатнаша, йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә етди өлөш индерә.
Ә алыҫ 1995 йылда, сираттағы ҡатмарлы хәрби операциянан һуң, Грозный ҡалаһында, взвод командиры урынбаҫары Андрей Чуриковты ко-мандование икенсе дәрәжәләге «Хәрби хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградлай. Хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһын уға тыуған Әбйәлиленә әйләнеп ҡайтҡас, хәрби комиссариатта тапшыралар.
Ошо уҡ йылда ғаилә ҡора, һөйөклө тормош юлдашы Маргарита Зөлфәр ҡыҙы менән бергә донъя көтөүҙәренә 25 йылдан да ашыу ваҡыт үткән икән. Татыу ғаилә дүрт бала үҫтерә. Өлкән-дәре Кристина кейәүҙә. Икенсе улы Никита 7-се кластан алып, Өфөлә, кадет корпусында уҡый. Атаһына оҡшап, таһыл, ҡыйыу булып буй еткергән үҫмер быйыл 4-се курсты тамамлай. Яҡшы өлгәшеүе, спортсы булыуы менән курсанттар араһында лайыҡлы абруй менән файҙалана, артабан да юлын хәрби хеҙмәт менән бәйләргә уйлап, Рязань ҡалаһындағы десантсылар әҙерләүсе училищеға барырға йыйына. Әйткәндәй, Никита — оҫта парашютсы. Улы менән бергә Андрей ҙа йәш сағын иҫләп алыуҙан бер ҙә баш тартмай: икәүләп Магнитогорскиға аэроклубҡа, парашют менән һикереүгә йөрөйҙәр.
Өсөнсө ҡыҙыҡай Дарья — Михайловка мәктәбендә уҡыһа, кинйә малай Богдан балалар баҡсаһына йөрөй.
Ғаилә башлығы Магнитогорскиҙа водитель булып эшләй. Ғаиләһе, балаларына ваҡытын йәлләмәй, уларға атай тәрбиәһе биреүгә бик яуаплы ҡарай хәрби хәрәкәттәр ветераны.
«Хәрби-диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итеү — ғүмерлек тормош дәресе, ныҡлыҡҡа һынау ул. Ошондай данлыҡлы ғәскәрҙәрҙә һалдат бурысымды үтәүем менән ғорурланам, сөнки ул осор рухты нығытып, киләсәк тормошома ышаныслы нигеҙ һалды тип әйтә алам. Хәрби-диңгеҙ пехотаһы частәрендә Әбйәлилдән хеҙмәт иткән егеттәр һирәк булһа ла бар. Мәҫәлән, Тупаҡ ауылынан Радмир Ғиләжев Владивостокта тап мин хеҙмәт юлы үткән десант-штурм бригадаһында булған һәм артабан шулай уҡ Чечен Республикаһында хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан. Шуға күрә, 27 ноябрҙә байрамыбыҙ билдәләнгән көндә осрашып һөйләшергә, һалдат осорон иҫләргә кеше бар, — тип йылмая Андрей Александрович. — Быйыл июль айында Сибайҙа Хәрби-диңгеҙ флоты ғәскәр-ҙәренә һәйкәл асыу тантанаһында ла ҡатнаштыҡ һәм төрлө райондарҙан килгән матростар, моряктар менән аралашып ҡайттыҡ».

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: