+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
15 Февраль 2022, 09:50

Ҡорал тапшыр ҙа аҡса ал

18 февралгә тиклем ҡорал тапшырыу акцияһы үтә.

Республикала Росгвардия идаралығы 18 февралгә тиклем «Ҡорал тапшыр ҙа аҡса ал» исеме аҫтында ҡорал тапшырыу акцияһы үткәрә. Граждандар законһыҙ һаҡланған ҡорал, патрон, шартлатҡыс ҡоролмаларҙы биреп аҡса ала. Мәҫәлән, газлы пистолет тапшырған өсөн 5000 һум; травматик ҡоралға 10000 һум, шыма көбәкле һунар ҡоралына 15000 һум бирелә. Башҡа атыу ҡоралдары, шартлатҡыстар өсөн дә аҡсалата бүләкләү ҡаралған.

  Әгәр граждандар законһыҙ һаҡланған ҡорал, хәрби припастар, шартлатҡыс ҡоролмаларҙы ирекле рәүештә тапшырыуҙан баш тартһа, улар енәйәт йәки административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

  Законһыҙ һаҡланған ҡоралды ирекле тапшырған кешеләргә яуаплылыҡ ҡаралмаған.

  Ҡорал тапшырыу өсөн Рәсәй гвардияһы идаралығының лицензия-рөхсәт биреү бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уның адресы: Асҡар ауылы, Р. Дәүләтов урамы, ½,  тел: 8(34772) 2-24-42. Шулай уҡ полицияның дежур бүлегенә мөмкин, телефон: 8(34772) 2-22-01. Үҙегеҙ менән паспорт алып килергә кәрәк.

Д. ӘХМӘҘИЕВ,

лицензия-рөхсәт биреү бүлеге инспекторы.

Автор:
Читайте нас: