2004 йылдың 1 сентябрендә Беслан ҡалаһында террорсылар 1-се һанлы мәктәптә бер меңдән ашыу кешене ҡулға ала. Енәйәтселәр өс тәүлек буйына уҡыусыларҙы вәхшиҙәрсә йәберләй. Өс йөҙҙән ашыу баланың ғүмере ҡыйыла, меңәрләгән яҙмыш ватыла. Был ваҡиға Рәсәй тарихында иң аяныслы көндәр булып иҫтә ҡалған.
Йылдағыса иртәнге сәғәт 9-ҙа Белем көнөнә арналған тантаналы линейка башлана. Байрамға уҡыусылар һәм ата-әсәләр генә түгел, күптәрҙең олатай-өләсәйҙәре, хатта туғандары ла килгән була.
Линейка ваҡытында мәктәп алдына ГАЗ-66 һәм ВАЗ-2107 машиналары килеп туҡтай. Руслан Хучбаров етәкселегендәге террорсылар урындағы халыҡты тиҙ арала ҡамауға ала. Улар ҡулына күберәк балалар һәм ҡатындар эләгә. Енәйәтселәр тотҡондарҙың кеҫә телефондарын, фото-видео аппаратураларын тартып ала. Мәктәп эсенә видеокүҙәтеү ҡуя. Боевиктар балаларҙы һыу һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә тигән дәүләт хеҙмәткәрҙәренең үтенесен кире ҡаға.
Бер аҙ ваҡыттан һуң мәктәптә шартлау яңғырай, 334 кешенең ғүмере өҙөлә. Үлеләрҙең кәүҙәләрен террорсылар тәҙрә аша ғына ташлай. Бөгөнгө көндә йәш балаларҙың ғүмерҙәрен ҡыйған 32 енәйәтсенең барыһы ла үҙҙәренә тейешле язаһын алған.
Мәктәптең спорт залында ваҡыт туҡтаған кеүек....Бында бөгөн дә пуля эҙҙәре, тәҙрә төптәрендә гөлләмәләр, уйынсыҡтар ята. Йыл һайын бинаның эсендә өс тәүлек буйына матәм музыкаһы уйнатыла. Үҙҙәренең ғәзиздәрен, яҡындарын иҫкә алырға меңәрләгән кеше ағыла. Ҡояш байығас та, мәктәп территорияһында ирекмәндәр 334 шәмде тоҡандыра. Ошо ваҡиғанан алып, Төнъяҡ Осетияла Белем көнөнә арналған тантаналы линейкалар үткәрелмәй, улар уҡыу йылын 5 сентябрҙән башлай.