-1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
26 Сентябрь 2022, 16:45

Ижевскиҙа - фажиғә!

Билдәле булыуынса, бөгөн күршеләребеҙгә – Удмурт Республикаһына ҙур ҡайғы килде. Ижевск ҡалаһының 88-се мәктәбендәге атышта, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 13 кешенең, шул иҫәптән ете баланың ғүмере өҙөлгән.

Билдәле булыуынса, бөгөн күршеләребеҙгә – Удмурт Республикаһына ҙур ҡайғы килде. Ижевск ҡалаһының 88-се мәктәбендәге атышта, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 13 кешенең, шул иҫәптән ете баланың ғүмере өҙөлгән.Хәбәр итеүҙәренсә, мәктәптә атыш бөгөн дәрсе барған мәлдә башланған.Ҡара кейемдә булған ир иң элек ҡарауылда торған кешене атҡан, унан балаларға ут асҡан. Уҡыусылар өҫтәге ҡаттарҙан тәҙрәләрҙән һикергән. Һөжүм итеүсе һуңынан үҙен-үҙе атып үлтергән.  

Рәсәй Тәфтиш комитеты мәктәпкә һөжүм итеүсенең шәхесен асыҡлаған. Ведомство хәбәр итеүенсә, ул ошо мәктәпте тамамлаған 34 йәшлек Артем Казанцев булып сыҡҡан.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: