-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
25 Март , 14:30

Ислам юғалып ҡалмаған

“Крокус Сити Холл”да гардеробта эшләгән 15 йәшлек Ислам Хәлилов теракт ваҡытында бинанан йөҙҙән ашыу кешене ҡотҡарған.

Ислам юғалып ҡалмаған
Ислам юғалып ҡалмаған

 “Крокус Сити Холл”да гардеробта эшләгән 15 йәшлек Ислам Хәлилов теракт ваҡытында бинанан йөҙҙән ашыу кешене ҡотҡарған.

 “Крокус Сити Холл” администрацияһы бөтә хеҙмәткәрҙәр өсөн дә ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡһа үҙегеҙҙе нисек тоторға тигән темаға инструктаж үткәргән. Һәм егет барыһын да инструкция буйынса эшләгән.

Һөжүм һәм аҙаҡ янғын башланғас, Ислам бер төркөм кешеләрҙең бәҙрәф яғына тупикка ҡарай йүгереп барғанын күргәс, үҫмер барыһын да үҙ ҡулына ала һәм эвакуация менән идара итә башлай. Ул кешеләрҙе тар ғына юл аша “Экспо” биләмәһенә алып барған, ә артабан хеҙмәткәрҙәр бинаһы аша тышҡа – хәүефһеҙ урынға сығарған.

Ҡыйыу үҫмергә рәхмәт белдереп,  Рәсәй мосолмандары үҙәк Диниә назараты етәксеһе, мөфтөй Рауил Ғәйнетдин Рәсәй мосолмандары миҙалын тапшырырға ҡарар итеп, малайҙы атаһы менән бергә Собор мәсетенә йома намаҙына саҡырҙы. Ә үҫмерҙең яратҡан “Спартак” футбол клубы уны стадионға саҡырып бүләкләне, шулай уҡ команданың Мәскәүҙәге бөтә уйындарына ла бушлай йөрөү хоҡуғын бирҙе. Быға өҫтәп, бер артистың Исламға бер миллион һум аҡса күсереүе лә билдәле булды.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: