«Урмандарҙы һаҡлау» төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығына ҡараған ойошмалар хеҙмәткәрҙәре быйылғы йылдың яҙғы ағас ултыртыу күләмен үтәүгә тотондо. 2020 йылда республикала 14,2 мең гектарҙа урмандарҙы тергеҙеү, шул иҫәптән 7,4 мең гектарҙа ағас ултыртыу юлы менән башҡарыу планлаштырылған.
«Йәшел Башҡортостан» акцияһы төбәгебеҙҙе йәшелләндереүгә тос өлөш индерә. Быға ил Президенты иғлан иткән Хәтер һәм дан йылында «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара һәм Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 75 йыл тулыуға арналған «Еңеү урманы» республика акциялары ла булышлыҡ итә.
Шул уҡ ваҡытта Урман хужалығы министрлығы «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән берлектә ағас ултыртыу буйынса төрлө акциялар ойоштора. Шулар иҫәбендә «Башҡортостан урмансылары — һуғыш геройҙары иҫтәлегенә» проекты.
Әбйәлилдәр ҙә изге ғәмәлгә ихлас ҡушылды. Киләсәктә шыршылар шаулаясаҡ урында йәш үҫентеләрҙе ултыртыу өсөн бураҙналар алдан әҙерләнде.
Үткән йомала «Әбйәлил урман хужалығы», Әбйәлил урмансылығы бүлектәре коллективы район хакимиәте вәкилдәре менән һабантуй майҙанында яҡташтарыбыҙ, Советтар Союзы Геройҙары Таһир Тайып улы Кусимов, Ғәбдерәүеф Әбделғәней улы Дәүләтов һәм Григорий Тимофеевич Васевтар иҫтәлегенә ағастар ултыртып, Геройҙар аллеяһына нигеҙ һалды.
Иң элек өс герой иҫтәлегенә уларҙың исеме яҙылған баннер ҡуйылды, унан һуң был эштә ҡатнашыусыларға «Әбйәлил урмансылығы» учреждениеһы етәксеһе Зариф Абдуллин үҫентеләрҙе ултыртыу тәртибен аңлатты һәм дәррәү эш башланып китте. Тиҙ арала бөтәһе өс рәткә өс мең йәш шыршы сәселде.
— Беҙҙең урмансылар Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушылып, уҙған дүшәмбелә шулай уҡ һабантуй майҙанының көньяғынан 1,5 гектар майҙанда алты рәткә 6 мең төп ҡарағай һәм шыршы үҫентеләре ултыртты, — тип һөйләй учреждение директоры Зариф Абдуллин. — Ул көндө ағас ултыртыуҙа 40-тан ашыу кеше ҡатнашты.
Был эштәрҙе урмансылыҡ хеҙмәткәрҙәре бөтә һаҡланыу сараларын күҙәтеп башҡарҙы.
Бындай ағас ултыртыуҙар көҙгөлөккә лә планлаштырыла. Республика Башлығының «Коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы булыу сәбәпле Башҡортостан биләмәһендә юғары әҙерлек режимы индереү тураһында»ғы Указына ярашлы «Еңеү урманы» республика акцияһы ошо йылдың көҙ айҙарына күсерелде.
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.