Атайсал
29 Сентября 2021, 12:00

24 сентябрҙән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың контакт-үҙәге эшләй башланы

Илебеҙҙең 24 төбәгендә йөҙҙән ашыу оператор халыҡтың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына бәйле һорауҙарына яуап бирәсәк.

Илебеҙҙең 24 төбәгендә йөҙҙән ашыу оператор халыҡтың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына бәйле һорауҙарына яуап бирәсәк. Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем 8-800-707-20-20 телефонына шылтыратып, үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирергә була. “Ҡыҙыу линия” халыҡ иҫәбен алыу тамамланғанса, йәғни 14 ноябргә тиклем эшләйәсәк.
“Быйылғы йән иҫәп алыуҙа һанлы технологиялар киң ҡулланыласаҡ. Компьюетр белеме ниндәй кимәлдә булыуға ҡарамаҫтан, һәр кем уны үтәй алырға тейеш, “ҡыҙыу лигния” операторҙары уларға ошо мәсьәләлә ярҙам итергә тейеш тә инде”, — ти ”Ростелеком. Контакт-центр”-ҙың генераль директоры урынбаҫары Екатерина Филлипская.
Был мөһим кампанияның төп яңылығы булып Рәсәй халҡының “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон иҫәп алыу ҡағыҙын үҙаллы тултырыу мөмкинлеге тора.
Торлаҡ йорттар буйлап йөрөгәндә иҫәп алыусылар махсус программаһы булған планшеттарҙы файҙаланасаҡ. Шулай уҡ иҫәп алыу участкаларында, шул иҫәптән дәүләт һәм мунииципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең күп функциялы үҙәктәре биналарында ла иҫәп алыу һорауҙарына яуап бирергә була.

 

Автор:
Читайте нас