+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Октябрь 2021, 15:25

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыусыны нисек танырға?

Иҫәп алыусылар махсус кейемдә буласаҡ, йәғни уларҙы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы төшөрөлгән күк төҫтәге шарфынан танырға мөмкин. #Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #переписчик.

Иҫәп алыусылар махсус кейемдә буласаҡ, йәғни уларҙы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы төшөрөлгән күк төҫтәге шарфынан танырға мөмкин. Шулай уҡ мотлаҡ танытмаһы үҙе менән булырға тейеш, танытманы паспорт менән бергә күрһәтеү мотлаҡ. Шик тыуһа, 102 йәки 112 телефондарына, йә участковыйға шылтыратырға кәрәк.

Был иҫәп алыу махсус программа ҡуйылған планшет ярҙамында үткәрелеүе менән айырылп тора. Республикала иҫәп алыуҙы үткәреү өсөн 7 меңдән ашыу иҫәп алыусы йәлеп ителәсәк.

Короновирус инфекцияһын таратыуҙы иҫкәртеү һәм халыҡ менән хәүефһеҙ эш сараларын күҙәтеү сиктәрендә кешеләр менән эшләгән бөтә персонал шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителәсәк.  

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: