+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Октябрь 2021, 14:40

Әбйәлил ҡымыҙы һәм балы өсөн тауыш бирәйек!

Республикала “Беҙҙең бренд. Халыҡ таныуы” беренсе аҙыҡ-түлек конкурсы үтә. Был бәйгелә Әбйәлилдә етештерелгән ҡымыҙ менән бал да ҡатнаша.

Республикала “Беҙҙең бренд. Халыҡ таныуы” беренсе аҙыҡ-түлек конкурсы үтә. Был бәйгелә Әбйәлилдә етештерелгән ҡымыҙ менән бал да ҡатнаша.

“Әбйәлил ҡымыҙы”н етештереүселәр иҫәбендә «Ҡаҙмаш» «Яҡташ N», «Иҙел+», «Ирәндек», «Тамьян» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Ильяс Хибәтовтың, Рамил Юлдыбаевтың, Динис Һөйөндөковтың, Илгизәр Ишбаевтың, Лилиә Мөхөтдинованың, фермер хужалыҡтары бар.

“Әбйәлил балы”  конкурсында тауыш биреүгә М. Ибраһимоваң, Ш. Йәрмөхәмәтов, А. Муратов, Р. Шаһыбалов, Р. Әхмәтов, Ғ. Әүбәкеровтың шәхси хужалыҡтарында етештерелгән бал ҡуйылған.

22 ноябргә тиклем   //nashbrendrb.ru  һылтанма буйынса инеп, тауыш бирергә була.Әбйәлил ҡымыҙы һәм балы өсөн тауышыбыҙҙы йәлләмәйек, яҡташтар!

Еңеүселәр Өфөлә үтәсәк «Беҙҙең бренд» аҙыҡ-түлек фестиваленең тәүге көнөндә —25 ноябрҙә иғлан ителәсәк.

Әбйәлил ҡымыҙы һәм балы өсөн тауыш бирәйек!
Әбйәлил ҡымыҙы һәм балы өсөн тауыш бирәйек!
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: