+13 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
20 Октябрь 2021, 09:53

Халыҡ иҫәбен алыу башланды

Барыбыҙ өсөн дә мөһим булған бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Йәниҫәптә әүҙем ҡатнашыу зарур, сөнки алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә киләсәгебеҙ өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителәсәк. #переписьнаселения #ВПН2020 #перепись #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Барыбыҙ өсөн дә мөһим булған бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Йәниҫәптә әүҙем ҡатнашыу зарур, сөнки алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә киләсәгебеҙ өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.

— Бөгөндән әҙерлек үткән һәм был эшкә яраҡлылыҡҡа тест тапшырған иҫәп алыусылар халыҡтан мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнә башланы. Иҫәпкә алыусылар үҙҙәренә тәғәйенләнгән хужалыҡтарҙы үтергә тейеш, улар барыһы ла халыҡ тураһында мәғлүмәттәрҙе планшетҡа индерә белә, — тип һөйләй иҫәп алыу буйынса уполномоченный Вильям Гәрәев.
Кисәнән, йәғни 18 октябрҙән иҫәп алыусылар халыҡ менән эшләй башланы, фатир һәм йорттар буйлап йөрөйҙәр. Улар барыһы ла халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы төшөрөлгән жилет кейә һәм шарф таға. Күк төҫтәге «Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте» тигән яҙыулы портфель тотоп йөрөй. Уларҙың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу хеҙмәткәре танытмаһы бар, тик ул паспорт булғанда ғына ғәмәлдә.
Бынан тыш, теләге булғандар иҫәп алыу участкаһына барып та үҙе тураһында мәғлүмәт бирә ала. Районда был эшкә 83 кеше йәлеп ителгән, 14 иҫәп алыу участкаһы эшләй. Асҡарҙа булдырылған биш участканың берәүһе күп функциялы үҙәк бинаһында урынлашҡан.
Бындағы участкала халыҡ иҫәбен алыу һорауҙарына яуап биргәндәрҙең мәғлүмәттәрен иҫәп алыусы Азалия Арсланова махсус программалы планшетҡа теркәп бара. Шулай уҡ ирекмән Зөлфиә Әхмәтова һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер. МФЦ бинаһында шулай уҡ теләге булғандар «Дәүләт хеҙмәте» порталы аша үҙаллы яуап бирә ала, был эштә ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, бланкыларҙы тултырыуҙа Зөлфиә Буранбай ҡыҙы ярҙамлаша.
Стационар участка эш башлағандан алып, 50-гә яҡын кешененең мәғлүмәттәрен теркәгән дә инде.
— МФЦ бинаһында участка эшләүе кешеләргә уңайлы. Мәҫәлән, кемдер ҡабул итеүгә сират көткән арала йәниҫәп һорауҙарына яуап биреп өлгөрә. Дөйөм алғанда, кешеләр был кампанияның мөһимлеген аңлап, ихлас ҡатнаша, — ти Азалия Зәйнулла ҡыҙы. — Мәғлүмәттәр алғанда беҙ кешеләрҙән шәхесте раҫлаусы ниндәйҙер документ талап итмәйбеҙ, сөнки иҫәп алыу ҡағыҙҙарында исем-шәриф, йәшәгән урын күрһәтелмәй.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: