+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
29 Октябрь 2021, 19:45

Рәсәйҙә 60 мең бала коронавирус менән ауырый

"Балалар быға хәтлем коронавирус йөрөтөүселәр булараҡ ҡына теркәлһә, һуңғы осорҙа уларҙа ковид һөҙөмтәһендә пневмония аҙыу осраҡтары артты", - тине РФ һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко.

Балалар быйыл коронавирус йоҡторған осраҡта, үпкәләренең тиҙ зарарланыуы һәм пневмонияға килтереүе күҙәтелә. Мәскәүҙә коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны үҫмерҙәрҙә һынауҙы башлағандар. Вакцинаның тәүге этабын һалдырыуҙа үҙ ирке менән 56 малай һәм 43 ҡыҙ ҡатнашҡан. Уларға "Гам-Ковид-Вак" препараты һалынған. 92 ирекмән вакцинаның ике компонентын да алған. Белгестәр был балаларҙа яҡшы иммунитет формалашыуын раҫлай. Вакцина йәш организмда түлһеҙлек барлыҡҡа килтереү ихтималлығын да инҡар итә табиптар.

Балаларҙы вакцинациялау ирекле буласаҡ, ата-әсәнең рөхсәтенән тыш башҡарылмаясаҡ, тип ҡат-ҡат әйтһәләр ҙә, прививка эшләтмәгән баланы мәктәпкә индермәһәләр, тигән шик бар халыҡта.

Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: