+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Ноябрь 2021, 11:05

Паркка шыршы ултыртылды

Асҡарҙа “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” төбәк проекты буйынса төҙөкләндерелеп, яңыраҡ халыҡ мәнфәғәтенә файҙаланыуға тапшырылған  “Төньяҡ балҡышы” ял паркының йәшелләндереүгә иҫәпләнгән  төп майҙансығы уртаһында 4,5 метрлыҡ шыршы хасил булды.

Был ҡупшыҡай ағас үҫтереү серҙәрен һәйбәт белгән Михайловка питомнигы хужаһы Зөфәр Саҙрыевтың аныҡ етәкселеге аҫтында С. Юлаев һәйкәле янынан күсереп ултыртылды. Ҡышҡы ыжғыр бурандарға бирешмәһен өсөн уны йән-яҡтан ергә тарттырып бәйләп ҡуйыу сараһы ла күрелгән. Быйыл булмаһа ла, алдағы йылдарҙа Төньяҡ биҫтәлә йәшәүселәр Яңы йылға урамда шыршы биҙәй аласаҡ, тимәк. Һәм ул йылдан-йыл үҫеп матураясаҡ ҡына.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: