-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
12 Ноябрь 2021, 16:15

Коронавирус статистикаһы: уҙған тәүлектә республикала 34 кеше үлгән

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 12 ноябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 94 221-ә еткән. Тәүлек эсендә  сир 677 пациентта асыҡланған.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 12 ноябргә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 94 221 кешегә еткән. Тәүлек эсендә сир 677 пациентта асыҡланған.

Әлеге мәлдә 801 кеше ковид-госпиталдәрҙә дауалана, шул иҫәптән 500-ө – 60 йәштән өлкәндәр. 100 сирленең хәле ауыр, һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.

Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар  – 7 268, шуларҙың 5 991-е – 60 йәште үткән ололар.

Бер тәүлектә 675 кеше, инфекциянан һауығып, дауахананан сыҡҡан. Пандемия башланғандан алып коронавирустан һауығыусылар һаны – 83 177.

Уҙған тәүлектә 34 кеше вафат булған. Республикала коронавирустан  үлеүселәр һаны өс меңгә етеп килә – 2 975 кеше (шул иҫәптән оло йәштәгеләр -2622).

Республикала, план буйынса, ковидҡа ҡаршы прививканы 2 484 667 кешегә яһатыу мөһим. Башҡортостанға барлығы 2 287 558 доза вакцина килгән. Уның беренсе компонентын ҡаҙатыусылар – 1 778 521 (вакцина эшләтергә тейешле халыҡтың 72,1 проценты), икенсе өлөшөн дә эшләтеүселәр – 1 481 714 (59,8 процент).

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: