+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
23 Ноябрь 2021, 16:35

Әбйәлилдә ике модулле ФАП урынлаштырыла

Яңы ФАП-тар райондың Яңы Балапан һәм Шәрип ауылдарында ҡуйыла.

Йыл аҙағына тиклем Әбйәлил районында ике модулле ФАП асыласаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Яңы ФАП-тар райондың Яңы Балапан һәм Шәрип ауылдарында ҡуйыла.

Яңы Балапанда модулле ФАП урынлаштырыла башлаған да инде. Элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты бында 1979 йылда төҙөлгән һәм  санитар-гигиена талаптарына яуап бирмәгән.

Яңы ФАП-тар кәрәкле ҡорамалдар комплекты һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн медикаменттар менән йыһазландырасаҡ.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас: