+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
18 Февраль 2022, 14:42

Башҡортостанда милли проекттарҙы финанслау күләме арта

Үткән йылда республикала 12 стратегик үҫеш проектын тормошҡа ашырыу өсөн  28,8 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда милли проекттарҙы  финанслау күләме арта
Башҡортостанда милли проекттарҙы финанслау күләме арта

      Шуның 20 миллиард һумы федераль бюджет аҡсаһы. Быйыл төбәк һәм федераль бюджеттарҙан дөйөм ярҙам суммаһы артасаҡ һәм яҡынса 36 миллиард һум тәшкил итәсәк. 2021 йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында республикала 146 йәмәғәт биләмәһе тәртипкә килтерелгән, 343 саҡрым юл төҙөлгән, 5 мең самаһы кеше иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән, уҡыусылар өсөн өҫтәмә 12 мең уҡыу урыны булдырылған, 19 мәҙәниәт учреждениеһы реновацияланған, 10 модулле китапхана асылған. Шулай уҡ,  «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын финанслау һөҙөмтәһендә Башҡортостанда һигеҙ ҡан тамырҙары үҙәге һәм дауаханаһы, биш яман шеш сирлеләргә ярҙам итеүсе һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бер нисә балалар поликлиникалары ремонтланған, дарыуҙар һатып алынған, «Ауыл табибы» программаһы сиктәрендә 84 табип, 39 урта медицина хеҙмәткәре түләүҙәр алған.

Шул уҡ ваҡытта етешһеҙлектәрҙә асыҡланған. Атап әйткәндә, маҡсатлы  финанс сараларын  ваҡытында тулыһынса тотоноп бөтмәү, дәүләт һатып алыуҙары тураһындағы законды боҙоу, социаль әһәмиәтле объекттарҙа эштәрҙе сифатһыҙ башҡарыу асыҡланған, ҡайһы бер объекттар  ваҡытында  тапшырылмаған. Республика прокуратураһы яғынан  уҙған йылда тикшереүҙәр барышында бер меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осраҡтары асыҡланған. Уларҙы  тикшереү йомғаҡтары нигеҙендә бер төркөм яуаплы хеҙмәткәрҙәр енәйәт һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: