+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Февраль 2022, 08:45

Владимир Путин: "Махсус хәрби операция үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иттем"

Рәсәй Президенты белдереүенсә, Рәсәй Украинаны баҫып алырға йыйынмай, әммә күрше дәүләттәрҙән даими рәүештә хәүеф янаған шарттарҙа үҫешеү мөмкин түгел.  

 #ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына телевидение аша мөрәжәғәтендә Украина тарафынан һигеҙ йыл дауамында геноцидҡа дусар булған халыҡты яҡлау өсөн Донбасс биләмәһендә махсус хәрби операция башларға ҡарар итеүе хаҡында белдерҙе. Бындай ҡарар Донецк Халыҡ Республикаһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһының башлыҡтары ярҙам һорап  мөрәжәғәт иткәндән һуң ҡабул ителгән.

– Килеп тыуған хәл беҙҙән тәүәккәл һәм кисектергеһеҙ ҡарар талап итә. Донбасстағы халыҡ республикалары Рәсәйгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ошоға бәйле, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Уставының 7-се часының 51-се статьяһына ярашлы, Федерация Советы санкцияһы һәм Федераль Йыйылыш раҫлаған Донецк Халыҡ Республикаһына һәм Луганск Халыҡ Республикаһына менән дуҫлыҡ һәм үҙ-ара ярҙам тураһындағы килешеүҙе үтәп, махсус хәрби операция үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иттем, – тип белдерҙе Владимир Путин.

Ил Президенты асыҡлыҡ та индерҙе, операцияның маҡсаты – Украинаны ҡоралһыҙландырыу һәм денафикациялау (фашизм, нацизм ҡалдыҡтарын бөтөрүгә йүнәлтелгән сара). Шулай уҡ урындағы халыҡҡа һәм Рәсәй Федерацияһы граждандарына ҡарата ҡан ҡойошло енәйәттәр ҡылған кешеләр суд хөкөмөнә тапшырыласаҡ.

Владимир Путин белдереүенсә, Рәсәй Украинаны баҫып алырға йыйынмай, әммә күрше дәүләттәрҙән даими рәүештә хәүеф янаған шарттарҙа үҫешеү мөмкин түгел.

“Рәсәй, хәҙерге Украина яғынан даими хәүеф булғанда, үҙен хәүефһеҙ итеп тоя, үҫешә алмай”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты.

Ил етәксеһе Рәсәй ядро ҡеүәтенә эйә һәм донъялағы иң көслө ядро иле булып тороуы хаҡында лә әйтте.

– Ошоға бәйле Рәсәйгә тура һөжүм ғәмәлдәге агрессорҙы юҡ итеүгә һәм ҡот осҡос эҙемтәләргә килтерәсәге тураһында бер кемдә лә икеләнеү булырға тейеш түгел, – тип өҫтәне Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең Юғары баш командующийы Владимир Путин.

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков уртаҡлашҡан мәғлүмәттәр буйынса, 23 февралдә Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин һәм Луганск Халыҡ Республикаһы Башлығы Леонид Пасечник Рәсәй Президенты Владимир Путинға Украина тарафынан килгән хәрби агрессияны кире ҡағыуҙа ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.

Фото: kremlin.ru.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2022-02-25/feldsher-ar-ya-y-punktta-eshl-y-s-k-2706082

Автор:
Читайте нас: