-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Март 2022, 22:19

Башҡортостандың ете шифаханаһы туристик кешбэк программаһында ҡатнаша

Марттан Ростуризм туристик кешбэк программаһын тергеҙҙе. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика халҡы был программа буйынса ял өсөн тотонған аҡсаның бер өлөшөн кире ҡайтара ала. Юллама хаҡының бер өлөшөн ҡайтарыу өсөн уны 1 майға тиклем һатып алырға кәрәк. Алынған юллама буйынса 1 июлгә тиклем шифаханала ял итергә мөмкин. Рәсәй буйынса юллама хаҡының 20 процентын кире ҡайтарырға мөмкин, әммә ул 20 мең һумдан артмай. Башҡортостанда быйылғы туристик миҙгелдә кешбэк программаһы менән ете туроператор, 25 ҡунаҡхана һәм ял базаһы, «Яҡтыкүл», «Красноусол», «Йәшел сауҡалыҡ», «Ҡарағай», «Березки», «Йоматау», «Ассы» шифаханаһы ҡатнаша. 2021 йылда ошо программа менән 1,7 миллионға яҡын Рәсәй гражданы файҙаланған, улар 34 миллиард һумды ял итеүгә тотонған, шуның 6,7 миллиард һумы кешбэк рәүешендә кире ҡайтҡан. Кешбэкты алыу шарттарының береһе - турҙы «Мир» картаһы аша түләр кәрәк. Кешбэк биш көн эсендә картаға әйләнеп ҡайта.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: