+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Апрель 2022, 09:10

"Беҙ сәләмәт тормош яҡлы"

Башҡортостанда “Демография” милли проектына  ингән ике төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе – граждандарҙың сәләмәт тормошҡа теләген көсәйтеү системаһын формалаштырыу.

"Беҙ сәләмәт тормош яҡлы"
"Беҙ сәләмәт тормош яҡлы"

#нацпроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Проектты тормошҡа ашырыу барышында “Сәләмәт муниципалитет” программаһы эшләнде. Халыҡтың буш ваҡытын, ялын үткәреү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу буйынса эш башланды. Бөгөн республикала йәмәғәтселек һаулығын нығытыу буйынса 39 муниципаль программа раҫланған. Шулай уҡ тормошҡа ашыраһы пландар әҙерләнгән. Республика йәмәғәтселек сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәге был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтә. Бөгөн сәләмәт тормошто һайлаған кешеләр һаны арта. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы уларҙың тормош сифатын нығытыуға лайыҡлы өлөшөн индерергә тырыша. Насар ғәҙәттәрҙән баш тартыу, һаулығыңа һаҡсыл ҡараш, әүҙем тормош позицияһы – оҙайлы ғүмер нигеҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Автор:
Читайте нас: