+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Апрель 2022, 10:15

Сәләмәт булғың килһә — йәйәү йөрө

«Айыҡ ауыл» республикаһы бәйгеһенә ҡушылған Ишкилделә әленән-әле сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған саралар үтеп тора. Ауылдың олоһо ла кесеһе лә ҡатнашҡан Наурыз байрамы уҙҙы. Балалар өсөн «Күңелле старттар» ойошторолдо, малайҙар һәм ҡыҙҙар шулай уҡ «Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар» тип исемләнгән кисәлә әүҙем ҡатнашты, ғаиләләре менән Асҡарҙағы бассейнға килеп һыу инеүселәр ҙә етерлек. Ишкилделәр «Йәшел яҙ» экологик марафонына ҡушылып, ауыл урамдарын, уның тирә-яғын таҙартыуға дәррәү сыҡты.

Сәләмәт булғың килһә — йәйәү йөрө
Сәләмәт булғың килһә — йәйәү йөрө

«Айыҡ ауыл» республикаһы бәйгеһенә ҡушылған Ишкилделә әленән-әле сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған саралар үтеп тора. Ауылдың олоһо ла кесеһе лә ҡатнашҡан Наурыз байрамы уҙҙы. Балалар өсөн «Күңелле старттар» ойошторолдо, малайҙар һәм ҡыҙҙар шулай уҡ «Ҡоштар — беҙҙең дуҫтар» тип исемләнгән кисәлә әүҙем ҡатнашты, ғаиләләре менән Асҡарҙағы бассейнға килеп һыу инеүселәр ҙә етерлек. Ишкилделәр «Йәшел яҙ» экологик марафонына ҡушылып, ауыл урамдарын, уның тирә-яғын таҙартыуға дәррәү сыҡты.

Бөтә донъя сәләмәтлек көнөнә арнап «Тормошҡа 10 мең аҙым» Бөтә Рәсәй акцияһы иғлан ителгәйне. Төп маҡсаты — мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙе йәйәү йөрөргә, сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеү булған был акцияға әүҙем ҡушылды ишкилделәр. Ауыл халҡы күмәкләп Һәйетҡолға барып, акцияны күршеләренә тапшырырға ҡарар иттеләр.
Йәйәүләп Һәйетҡолға юл алыр алдынан Ишкилде ФАП-ы һәм Буранғол дауаханаһы фельдшерҙары Нурия Усманова менән Гөлшат Йәнтүрина акцияла ҡатнашыусыларҙың йөрәк тибешен, ҡан баҫымын, ҡандағы шәкәр миҡдарын, шулай уҡ тән ауырлығын, буйын үлсәне.
Ишкилде ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе Сәүҙә Шаһивәлиева сараны асып, акцияның мөһимлеген билдәләп, сәләмәт булғың килһә — көнөнә кәмендә 10 мең аҙым яһарға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Сәләмәт булыу, тәү сиратта, үҙебеҙҙән тора. Сәләмәт булғың килһә — йәйәү йөрө, тиҙәр бит. Был һәр кем булдыра алғандай ғәмәл. Мөмкин тиклем йәйәү йөрөүҙе йәшәү рәүеше итеп алайыҡ, — тине ул ауылдаштарына мөрәжәғәт итеп.
Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов ишкилделәрҙең ошо мөһим акцияла ҡатнашыуҙарын хупланы, һәр ваҡыт сәләмәт тормош алып барыуҙарын, был тәңгәлдә йәш быуынға өлгө булыуҙарын теләне.
Артабан акцияға ҡушылған ауыл халҡы, улар араһында балаларҙың, йәштәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы, Һәйетҡол ауылына юл алды һәм улар дүрт саҡрым араны үтеп, эстафетаны күршеләренә тапшырҙы.
Һәйетҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ишкилделәрҙе өҫтәл тулы һый-хөрмәт менән ҡаршы алдылар, ҡунаҡтарға боһорап ҡайнап ултырған самауырҙан сәй эсерҙеләр.
— 1984 йылда һәйетҡолдар тәү башлап айыҡ йәшәү рәүеше алып барыу өсөн сығыш яһағайнылар.Ул саҡта районыбыҙҙың күп ауылдары беҙҙең инициативаны күтәреп алды. Һәйетҡолдан башланған айыҡ йәшәү рәүеше өсөн көрәштең Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ҡабаттан тергеҙелеп, республикабыҙҙа киң ҡолас алыуына шатбыҙ, — тине ошо изге эш башында торған Вәсилә апай Садиҡова һәм айыҡлыҡты ҙурлап, эскелекте хурлап, шул йылдарҙа үткәрелгән саралар хаҡында бәйән итте, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе, район, республика матбуғаттарында ошо хаҡта баҫылған мәҡәләләр менән таныштырҙы.
Ишкилделәр яҡын арала шахмат-шашка ярышы, көрәш буйынса район турнирын үткәреүгә әҙерләнә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: