+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Апрель 2022, 19:51

"Алтынай"ҙарҙы ҡотлайбыҙ!

"Алтынай" балалар өлгөлө бейеү ансамбле "Дуҫлыҡ иле биҙәктәре" балалар халыҡ хореографияның республика конкурс- фестивалендә ҡатнашып, лауреат исемен  яуланы

"Алтынай"ҙарҙы ҡотлайбыҙ!
"Алтынай"ҙарҙы ҡотлайбыҙ!

"Алтынай" балалар өлгөлө бейеү ансамбле "Дуҫлыҡ иле биҙәктәре" балалар халыҡ хореографияның республика конкурс- фестивалендә ҡатнашып, лауреат исемен яуланы һәм үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы
өсөн диплом менән бүләкләнде. Ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ләлә Йәнекәйеваға конкурсты ойоштороусыларҙан рәхмәт хаты тапшырылды.

Тәүге турҙа ҡатнашҡан 40 коллективтың 14-е,шул иҫәптән "Алтынай"ҙар икенсе турға үтеп,еңеүселәр иҫәбендә Өфө сәхнәһендә сығыш яһау бәхетенә эйә булдылар.

Башҡалала барыуға булышлыҡ иткән район мәғариф бүлегенә рәхмәт белдерәләр йәш бейеүселәр. Төрлө бәйге-конкурстарға йөрөргә транспорт менән даими ярҙам иткән 1-се Асҡар мәктәбе директоры М. Й. Ямаловаға рәхмәтле "Алтынайҙар".

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: