+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
30 Апрель 2022, 09:10

Шифалы үләндәр быуы ҡулланыла

Шифалы үләндәр быуы күҙәнәктәрҙе аса, һыу-тоҙ алмашыныуын яҡшырта, организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарырға булыша, тире һәм тын алыу юлдарына яҡшы тәьҫир итә.

#нацпроект#регпроекты#национальныепроектыБашкортостан

Себер оҫталары уйлап тапҡан фитомунса бөгөн бик популяр. Унда шифалы үләндәр быуы ҡулланыла. Ул күҙәнәктәрҙе аса, һыу-тоҙ алмашыныуын яҡшырта, организмдан зарарлы матдәләрҙе сығарырға булыша, тире һәм тын алыу юлдарына яҡшы тәьҫир итә.

“Баҙарҙы өйрәндек, ҡалабыҙҙа фитомунса, массаж хеҙмәттәре күрһәткән комплекстар юҡ. Эрбеттән эшләнгән  мискәләр һатыусылар менән килештек. Хәҙер төп мәсьәлә – бина табыу”, – ти йүнсел.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусыны дәүләт ярҙамы саралары ҡыҙыҡһындыра. Район хакимиәте башлығы яуаплы кешеләргә проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн үҙегеҙ йәшәгән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә йәки https://investrb.ru/ru/ һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһы инвестиция порталында ғариза ҡалдырырға мөмкин.

https://bashkizi.ru/news/milli-proekttar/2022-04-29/s-l-m-tlek-a-ynda-shifaly-l-nd-r-2788383

Автор:
Читайте нас: