

Инәйемдең аманаты
Э-э-эй, бар нәмәне ваҡытында эшләп бармайбыҙ бит. Үҙ мәлендә башҡарылһа, йөрәкте өйкәгән үкенестәр ҙә булмаҫ ине. Бер нисә йыл элек Ташбулат ауылында йәшәүсе Сафия инәй Билалова үҙенең яҙмаларын биреп, гәзиттә баҫтырыуымды һорағайны. Тик тере сағында үтәп булманы, хәҙер булһа ла аманатын тормошҡа ашырып, күңелдәге йөктө бушатмаҡсымын.
Сығышы менән Мөхәмәт ауылынан булған Сафия Ташбулатҡа килен булып төшкән. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ күңелле инәй тормош иптәше Хәдис апа менән алты бала үҫтергәндәр. Олоғайғас, Хәдис апа ҡаты ауырып түшәккә йығылды, уны бала кеүек ҡарап, һуңғы юлға оҙатты.
Сафия инәйебеҙ торғаны бер әртис булды. Боронғо оҙон көйҙәрҙе лә, заман йырҙарын да ҙур оҫталыҡ менән башҡарҙы. Һабантуйҙар, башҡа мәҙәни саралар, ижади бәйгеләр уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәне. Ауылдағы “Әхирәттәр” клубының иң тәүге ағзаһы булараҡ, уның исеме районға таныш. Мәктәптә үткәрелгән кисәләр, дәрестәргә бик теләп йөрөнө, үҫеп килгән йәш быуынға халыҡ йолаларын сәхнәләштереүҙә ярҙам итеп, үҙе лә ҡатнашты. Олоғайһа ла, тоноҡлонмаған таҙа, саф тауыш менән йырҙар башҡарҙы, таҡмаҡтар ҙа ҡойҙо, бейеп тә китте. Ул һөйләй башлаһа, тел байлығына иҫең китерлек ине, әллә ҡасанғы хәл-ваҡиғаларҙы энәһе-ебенә тиклем онотмай, түкмәй-сәсмәй еткерҙе. Бына әле һеҙгә тәҡдим итәсәк шиғри әҫәр, бәйет тиергә лә мөмкиндер, уны һуғыш мәлендә Ҡырҡтыла бесән эшләгәндә, бер егеттән отоп алған, уны үҙенсә өҫтәп тә ебәргән. Был хәл ысын ерлектән алынған, шуға ауыл, кеше исемдәре үҙгәртеп бирелә.
Ни эшләргә!?
Дауыт ауылы Ғәни ҡарттың
Ике еткән ҡыҙы бар.
Ҡыҙҙар үҫһә, кейәү кәрәк,
Өй бәләкәй, урын тар.
Шуның өсөн Хөбъямалға
Кейәү кәрәк тиҙерәк.
Үҙе табып ҡайтыр микән
Кейәү эҙләп ебәрһәк.
“Асҡарҙа Муллайән бар,
Шуға бар һин, ҡыҙый.
Әгәр килешеп ҡайтһаң,
Ижәп уҡыр ағайың.
Икмәк алып Хөбъямал,
Сығып китте Асҡарға.
Апаһына барып инеп,
Тотондо һүҙ башларға.
“Апа, һиңә килдем, — ти
Атай тәҡдиме менән.
Муллайәнгә барайым тип,
Йыуасаланып киләм.
Шул сәғәттә Муллайәнде
Саҡырып килтерәләр.
Ит ашағас, Хөбъямалды
Муллайәнгә бирәләр.
Хөбъямал шунда әйтә:
“Өйҙә ижәп уҡытам, ти.
15-дә беҙгә кил,
Эшеңдән бушаһаң, ти”
“ 17-һе ялым, шунда
Һеҙгә барырмын.
Атаң-әсәң, туғандарың,
Ҡаршы сығып алырың”.
“Әсәй, беҙгә ҡоҙа килә.
Буҙа ҡойорға кәрәк.
Буҙа менән эш бөтәме?
Юрған күбергә кәрәк.
Ҡанита менән Кәримә
Оҫта юрған күбергә.
Ошо сәйгә саҡырайыҡ,
Ваҡыт юҡ бит йөрөргә.
Шул арала оҫталарҙы,
Сәйгә алып киләләр.
Эсеп бөткәс, оҫталарға
Тауар алып бирәләр.
17-һе етмәй ҡалды.
Әҙер юрған, буҙалар.
Бөтәһе лә әҙер булды.
Кемгә килер ҡоҙалар?
Мөхлисаға ҡоҙа килер,
Фәхерниса ҡыҙ ҡушыр.
Шунда уҡ ҡыҙ йәшеренер,
Сәлимәһе тоҡ сисер...
Мөхтәримә ит бешерер,
Ҡаҙима ҡыҙ йәшерер.
Бер көн үтте, кейәү юҡ,
Ҡыҙҙың эсе бошороп.
Иртә менән әсәһе
Йүгерҙе арғы осҡа.
“Нәзирә, һиңә килдем,
Ебәрергә йомошҡа.
Һин Асҡарға барып,
Кейәү хәлен белештер.
Ҡасан килергә уйлай?
Шул сәләмде әйт”, —ти.
“Мин Асҡарға барыр инем,
Юҡ бит минең кейәрем”.
“Зинһар инде, бара күр,
Бөтә кейем бирермен.”
Таңһылыуҙың күлдәген кей,
Минең бәлтә-ситегем.
Атайыңдың бейәләйен,
Хөбъямалдың шәлен”.
Байҙар кеүек яһана ла,
Нәзирә китә Асҡарға.
Барып етеп, Муллайәнгә
Һүҙ әйтергә тотона.
“Хөбъямал бик уңған бит,
Ниңә уны алмайһың?
3 центнер иген, бер һыйыр,
Бүләк итеп алмайһың?”
“Йәнем һөйгән ҡыҙ булһа,
Бүләкһеҙ ҙә алырмын.
Зинһар, еңгәй, йөрөй күрмә,
Бушҡа йөрөп арырһың!”
Яусылары шул сәләмде
Килеп әйтте быларға.
Ниндәй оят булды, тип
Тотондолар иларға.
Бына шундай күңелһеҙ хәл булған һуғыш мәлендә. Ир-егеттәр яуҙа, ҡыҙҙар кейәүгә сыға алмай ултырған. Әгәр был тарихтың прототиптарын белһәгеҙ, туғандары булһа, үпкәләмәгеҙ. Тормошта төрлө хәлдәр була шул. Әгәр кемдәлер яҙма варианты һаҡланһа, сағыштырып ҡарағыҙ.
Гәүһәр БАДАЛОВА,
“С.ВОИ ауыл хәбәрсеһе мәктәбе” уҡыусыһы.