Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына кемдәр дәғүә итер?
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Комиссия әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүгә ғаризалар һәм әҫәрҙәр ҡабул итә башлай. Йәмғиәттә танылыу яулаған һәм Башҡортостан мәҙәниәтенә тос өлөш индергән иң талантлы, яңылығы һәм үҙенсәлеге менән айырылып торған әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн ике йылға бер тапҡыр өс дәүләт премияһы тапшырыла, һәр береһенең күләме 500 мең һум тәшкил итә.