+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
28 Июль 2022, 09:05

"Башҡорт аты" фестивале үтәсәк

 «Ылаҡ», «Ауҙарыш», «Тай-тулаҡ», «Бәйге» һәм башҡа башҡорт халыҡ уйындарын күргегеҙ киләме? Баймаҡҡа рәхим итегеҙ!

"Башҡорт аты" фестивале үтәсәк
"Башҡорт аты" фестивале үтәсәк

29-30 июлдә Баймаҡ районының Граф күле буйында тәүге тапҡыр «Башҡорт аты» республика башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыла.

Фестиваль йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

«Беҙ башҡорт халҡының тарихын ҡарап, үҙебеҙ, ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурланабыҙ. Башҡорттарҙа, борон-борондан күсмә халыҡтарҙа, йәшәү рәүеше башлыса аттар менән бәйле булған. Хәҙер беҙҙең алда башҡорт атына арналған ҙур фестиваль ойоштороу ғына түгел, шулай уҡ ҡымыҙ эшләү технологияһына эйә булған уникаль оҫталарҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү бурысы тора. Шул рәүешле беҙ тәжрибә менән уртаҡлашып халҡыбыҙҙың, йәштәрҙең башҡорт тоҡомон һаҡлауға ҡыҙыҡһыныуын тергеҙә алыр инек, шул иҫәптән Рәсәй төбәктәренән һәм алыҫ сит илдәрҙән ҡунаҡтар йәлеп итеп», - тип һөйләне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков.

Артур Әлибәков фестиваль программаһының бер нисә өлөшө менән дә таныштырҙы. Атап әйткәндә, фестиваль ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары Рәсәйҙә иң ҙур ат парадына шаһит буласаҡ. Ҙур майҙансыҡ этникаға бүленәсәк, төрлө күргәҙмәләр, биҙәү-ҡулланма ижады оҫталары, һөнәрселәр һәм рәссамдар менән оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк.

Шулай уҡ фестиваль программаһына эшлекле программа - түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар индерелгән. Бынан тыш, ғәҙәти уҡтан атыу буйынса «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале ойошторола. Фестиваль башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының ҙур концерты менән тамамлана.

Фестивалдең спорт өлөшөн «Ылаҡ», «Ауҙарыш», «Тай-тулаҡ», «Бәйге» һәм башҡа башҡорт халыҡ уйындары тәҡдим ителәсәк.

Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас: